Хужалыҡ ҡына түгел, тормош та

      Рәсүл Сәғитов:

Фото №1 - Хужалыҡ ҡына түгел, тормош та

      – Ауыл хужалығы булыр бөгөнгө һөйләшеү уртаһында, сөнки, төп өлкәләр сифатында игенселек менән малсылыҡты алғанда – миҙгеле шул, ҡыҙған мәле. Икенсенән, уның иҡтисадтағы өлөшө лә, беләбеҙ, һаман етдирәк була бара, ошо үҙе генә лә – иғтибарҙы йүнәлтеүгә нигеҙ. Тармаҡҡа алыныр файҙа йәһәтенән ҡырын ҡараштың да хәҙер кәмегәне мәғлүм, инвестициялар һалына, эш урындары булдырыла. Хәл төрлө урында төрлөсә, әлбиттә – эшһеҙлек тә хөкөм һөрә, ләкин бынан 20 йыл элек кенә игенде ситтән алған Рәсәй менән бөгөн уны иң күпләп һатҡан Рәсәй араһында айырма барыбер ҙә ҙур. Тап ана шул һата алыу ҙа мөһим, юғиһә һуңғы йылдарҙа уңыш мул, быйыл да йылдағынан кәм булмаҫы көтөлә, тик ул – аҡсаға әйләндерә алғанда ғына ысын. Быға нисек өлгәшергә? Заманға яраҡлашып: юғары агро ғына түгел, ә идара итеү технологиялары менән дә – «һанлы ауыл хужалығы» төшөнсәһе бөгөн телдә, йәғни теүәл үҫемлекселек уңышты ҡапыл арттырыр, тип раҫланыла. Шуның менән бергә беҙҙә ауыл хужалығы иҡтисадтың бер тармағы ғына түгел, ә халыҡтың йәшәү рәүеше лә – ауылды шундай урын тип тә күрергә кәрәк, дәүләттең төрлө программаларында ошоға ла урын булырға тейеш.

      БАССР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Зәки Ҡаҙыҡов ҡатнашлығындағы бөгөнгө «Асыҡ студия»ла ошо һәм башҡа мәсьәләләр тирәләй һөйләшмәксебеҙ. Студия ҡунағы – заманында әлеге өлкәлә яҡындан эшләгән уҙаман, бөгөн инде – хаҡлы ялда, шуға күрә сығышында ниндәйҙер иҫәп мәғлүмәттәре, бәлки, яңғырамаҫ та, фекерҙәре беҙ уйлаған-раҫлағанға тура килмәүе лә ихтимал, ләкин улар ҙа белдерелергә һис шикһеҙ хоҡуҡлы, әлбиттә, сөнки хәҡиҡәттең бәхәстә тыуғаны, һәйбәт проекттарҙың тәҡдимдәр муллығынан яралғаны билдәле.

 

Һине вуздар, вуздар саҡыра, саҡырған вуз яҡын дуҫ кеүек...
Һине вуздар, вуздар саҡыра, саҡырған вуз яҡын дуҫ кеүек...
Асыҡ студия
Ирекмәндәр: Беҙ бергә һәм беҙ миллиондарса
Ирекмәндәр: Беҙ бергә һәм беҙ миллиондарса
Асыҡ студия
Туғанлыҡҡа тиң ул яҡташлыҡ
Туғанлыҡҡа тиң ул яҡташлыҡ
Асыҡ студия
Республика Башкортостан. Международная выставка-форум «Россия»
Рули трезво: как в Башкирии борются с пьяными водителями