Аҡлы-ҡыҙыллы яу

      Рәсүл Сәғитов:

Фото №1 - Аҡлы-ҡыҙыллы яу

      – Йылдарҙы йырҙар ҙа билдәләй. Киреһенсә – йырҙар йылдарға ҡарап та тыуа. Шул иҫәптән – махсус, ҡушылып яҙылғандары ла. Һәм ғәжәп хәл: ҡайһылары, мәҫәлән, әле ишетелгән, башҡортсаға ауҙарылышы «Бар ҡыҙға приказ Көньяҡҡа...» тип башланған, хәрби йыр, ана шул йылдарҙы, хатта тотош осорҙар, дәүерҙәрҙе аша атлап үтә. Ижад ителеүенә сәбәпсе ваҡиғаларҙы ваҡыт тоноҡлай, яңыра барған йәмғиәттең хәтерендә һаман төпкәрәк шыуа ул, әммә көйө  ҡала. Һуғыштарҙың һәйбәте булмай, бер ил кешеләренең үлемесле ҡаршы тороуы тураһында һүҙ ҙә юҡ, әммә ижад емешенең бөгөн, идеологиянан тулы азат рәүештә, һаҡланыуы, гармун уйнап ебәргәндә ҡушылып китеүҙәр арыу күренеш тип нарыҡларлыҡ, минеңсә.

      Бөгөнгө «Асыҡ студия»ның йөкмәткеһенә инеш булараҡ әйтелде был. Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығына арнап, иғтибар ителәлер, мең туғыҙ йөҙ ун туғыҙҙан алдағы ла оло ваҡиғаларға айырым мөрәжәғәт ҡыла киләбеҙ, сөнки шул иҫәптән сәйәси үҙгәрештәрҙең дә уларҙы тыуҙырған йә уңайлыҡ биргән шарттары булғаны билдәле. 1918 – илдә граждандар һуғышы башланған йыл да, шуға күрә тап ошо мәсьәлә алынды ла әңгәмәгә.

      Бөтә Евразияның йөҙөн, унан алдағы Беренсе донъя һуғышынан да нығыраҡ үҙгәрткән ваҡиға икәнен беләбеҙ уның, бөтә егерменсе быуатҡа оло йоғонто яһай. Әле, тотош быуат үткәс тә, ғалимдарҙың, сәйәсмәндәрҙең, әҙиптәрҙең иғтибарын йәлеп итә был һәләкәт. Ниндәй тарихи феномен, ҡасан башланып, ҡасан тамамланғаны йәһәтенән дә аныҡ ҡына яуаптар әҙ. Осорҙары билдәле, әлбиттә, улар дүртәү атала: 1918 йылдың ғинуары менән ноябре, артабан егерменсе йыл башынаса арауыҡ, өсөнсөһө – шул йылдың май-ноябре һәм һуңғыһы – 1920-22 йылдар.

      Йәғни ун етеләге Октябрь инҡилабынан һуң илдә хакимлыҡ өсөн ҡупҡан көрәште граждандар һуғышы башы, тип тә була. Ә осорҙары бер-береһенән байтаҡ айырылғанын да өҫтәү хаҡ – әйтәйек, тәүгеһендә ҡыҙыу хәрби хәрәкәттәр булмай, ә икенсеһендә инде ҡыҙылдар менән аҡтар араһында ҡан ҡойошло яман һуғыш бара.

      Ошо ут эсендә Башҡортостандың да ҡалғаны мәғлүм һәм тарихсы, Башҡортостан Милли архивының бүлек етәксеһе Азат Ярмуллин менән әңгәмәлә төп иғтибар үҙебеҙҙең төбәккә бирелер ҙә.

ЭШ ТҮГЕЛ, ЭШСЕЛӘР КӘРӘК
ЭШ ТҮГЕЛ, ЭШСЕЛӘР КӘРӘК
Асыҡ студия
"Рәсәй - спорт державаһы"  халыҡ-ара форумы.
"Рәсәй - спорт державаһы" халыҡ-ара форумы.
Асыҡ студия
Артҡа ҡарап алға барыу
Артҡа ҡарап алға барыу
Асыҡ студия
Уфимская волна
Рули трезво: как в Башкирии борются с пьяными водителями