Беҙгә медиктар кәрәк!

Сит ил табиптарын-үҙебеҙгә! "Ватандаштар" дәүләт проекты эшмәкәрлеге тулы ҡеүәһенә дауам итә. Табиптарға ҡытлыҡ, миллион һумдар ярҙам, халыҡ мәнфәғәтен күҙәткән программалар, уларҙың үтәлеше-ошо хаҡта бөгөн һүҙ. Эфирҙа Гүзәл Ситдикова.

Фото №1 - Беҙгә медиктар кәрәк!

 

Башҡортостан республикаһының Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының министр урынбаҫары Фәнүр Рәфис улы Шәйхисламов-бөгөнгө "Асыҡ студия"эксперты.

 

-Бөгөн беҙҙе ҡыҙыҡһындырған төп тема-ул сит илдән табиптарҙы республикаға ҡайтарыу. Мәсьәлә шулай киҫкен торамы ни?

 

Ватандаштарҙы Рәсәйгә, республикаға йәлеп итеү буйынса дәүләт программаһының эшләүе юҡҡа түгел. Сөнки табиптарға ысынлап дефицит бар. Бигерәк тә тар профилле белгестәр-фтизиатрҙар етмәй-психиатрҙар, неанотологтар, онкологтар етмәй.

 

 

-Башҡорт дәүләт медицина университетына нисә йыл, йыл да нисә йөҙ, мең белгес сығаралар,ә республикала белгестәр юҡ, беҙ уларҙы сит илдәрҙән бөртөкләп йыйырға мәжбүрбеҙ. Ни өсөн?

 

Табиптарҙың эштән китеүенең, бәхетте ситтә эҙләүенең төп сәбәбе-тормош сифаты һәм хеҙмәт шарттары менән риза булмауҙары. Райондарҙа торлаҡ мәсьәләһе, уның ҡыйбат булыуы, үҫешмәгән инфрастрактура, ҡатынына, иренә эш юҡ, балалар баҡсаһы...

 

- Ғәфү итегеҙ, беҙҙә бөтә ауылдарға ла ут индерелеп бөттө шикелле ул. Ауылда инфраструктура үҫешенә зарланыу оят булыр ине. Айырыуса миллионлап аҡса тотторалар икән. Ә бына миллионын тиҙ генә алып, 5 йылдан ауылдан сығып ҡасҡан табипҡа ысынлап оят булырға тейеш.

 

Ҡасмағаны ла арыу ғына һан уның. 2012 йылдан "Ауыл докторы" программаһы эшләй. Ошо ваҡыт эсендә ауылдарға 2012 йылда-610, 2013-тә 275, 14-се йылда-50, 15-тә-116, 2016 йылда 150, 17-се йылда 120 табип йәлеп ителгән. Һәм! Яңы закон буйынса хәҙер нисек ауылда, шулай бәләкәй ҡалаларҙа эшләргә мөмкин. Һәм ауылдан ҡалаға эшкә күсеү мөмкинлеге лә бар. Ә торлаҡ мәсәьәләһе буйынса ысынлап та эш алып барыла. Һәм тағы ла бер яңылыҡ: ҡатын-ҡыҙҙарға һәм балаларға медицина ярҙамы күрһәтеү буйынса яңы программа ҡабул итеү тураһында һүҙ алып барыла. Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы неантологтар, анестезиолог-реаниматологтар, яңы тыуған балаларға ярҙам күрһәтеүсе белгестәргә айырым иғтибар бүләсәк. Был медицина сифатын да арттырысаҡ, ауылдыҡыларҙы 5 йылға белгесле итәсәк.

 

-Һәм дөйөм әйтеп китергә теләйем. Үкенескә ҡаршы, һорау һәм тәҡдим араһында дисбалланс ҙур. 2017 йылда тәҡдим ителгән вакансияларҙың 76 проценты – эшсе профессиялар, 24 процент – хеҙмәткәрҙәр. Ә эшһеҙ булараҡ теркәлеүселәрҙең 77 проценты – юғары белемле граждандар. Уларҙың 49 проценты гуманитар йүнәлештәге белгестәр. Күп талап ителгән белгестәр – водителдәр, ашнаҡсы, иретеп- йәбештереүселәр, тегенсе, медсестра, һаҡсы, кондуктор, тракторсы, токарь, врач, штукатур, маляр, икмәк бешереүсе. Ә ҡайһы бер һөнәрҙәр буйынса киреһенсә, һатыусы, почтальон, һауынсы, йыйыштырыусылар иҫәптә күп, ә эш урындары әҙ. Хеҙмәткәрҙәрҙән – админитратор, бухгалтер, склад мөдире, техник, экономистар күп, эш урындары шулай уҡ әҙ. Ҡыҫҡаһы, кадрҙарға ҙур ҡытлыҡ предприятиеларҙа, төҙөлөш тармағында. Инде төп темаға әйләнеп ҡайтһаҡ, Врачтар ныҡ күп талап ителә. Ә иҫәптә бер табип тора һәм уға 62 хеҙмәт урыны тәҡдим ителә. Әлбиттә, был һорау райондарҙа бик актуаль. Эш эҙләүсе табиптар һанынан 62 процентҡа юғары.

 

 

-Барыбер ситтән табиптар эҙләйбеҙ?

 

Әлбиттә эҙләйбеҙ. Яҡшы белгестәр үҙебеҙ республика өсөн бер ҡасан да артыҡ булмаясаҡ. Тап мәғлүмәт биреү, социаль ярҙам күрһәтеү арҡаһында 2017 йылда Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән 32 белгес ҡайтты. 2 хатта сит илдән ҡайтты. Был һәйбәт бит?!

 

- Ә быйыл?

 

Быйыл да шунса күләмгә иҫәп тотабыҙ.

 

- Был мәжбүр итеү түгел?

 

Әлбиттә юҡ! Үҙ теләктәре менән ҡайта улар. Әммә төбәк программаһына ярашлы. Һәм уларға ярҙам күрһәтелә.

 

-Ниндәй? Миллион һум түгел?

 

Түгел. Рәсәй хөкүмәте тыуған иленә күсеүселәрҙең юл сығымдарын үҙ өҫтөнә ала. Шулай уҡ күсеп ҡайтыусы хоҡуғын раҫлаусы документтар эшләүгә китәсәк дәүләт пошлинаһын да хөкүмәт түләй. Бер тапҡыр бирелә торған пособие. Подъемныйҙҙар йәғни. Өҫтәмә, Дәүләт программаһында ҡатнашыусы халыҡты эш менән тьәмин итеү үҙәгендә сығымдары компенсацияһын ала. Әммә ул 20 мең артырға тейеш түгел. Ғаилә ағзалары өсөн 10 мең. Шуларҙың:

А. Торлаҡ өсөн. 14 меңгә тиклем. Ғаилә ағзаһы өсөн-8 меңгә тиклем.

Б. Медицина тикшереүе өсөн. Дәүләт программаһы ҡатнашыусыһына 1 мең 700 һум. Ғаилә ағзаһына шул уҡ күләм.

В. Белемен, квалификацияһын күрһәтеүсе документтарҙы раҫлау өсөн: ҡатнашыусыға-4 мең тирәһе.

 

-Ә үҙҙәре күпме улар? Программала ҡатнашырға теләп нисә кеше ғариза яҙған?

 

Программа һөҙөмтәләрен әйтергә иртәрәк. Иң мөһиме, нигеҙле механизм, база булдырылған. Әммә өҫтөнлөклө йүнәлеш икәнен йәшермәйек. Бына ҡарағыҙ, программа 2018 йылдың февраленән эшләй башланы. Был ваҡыт эсендә сит ерҙән үҙ теләге менән 13 табип һәм уларҙың ғаиләләре килде. Ҡайтырға төп теләк белдереүселәр Үзбәкстан, Тажикстан, Ҡаҙахстан һәм Украинанан.

 

-Тимәк, медиктарға был тәҡдим ҡыҙыҡ. Тимәк, ыҙалатыусы бюрократик ҡаршылыҡтар әллә ни күп түгел?

 

Программаның ҡатнашыусыһы булыр өсөн гражданин махсус ҡағыҙ-свидетельство тип аңлатайыҡ-таныҡлыҡ, танытма алырға тейеш. Уның нисек Рәсәйҙә, шулай унан ситтә алырға мөмкин. Бының өсөн. Беренсенән: Рәсәйҙең Эскә эштәр министрлығы вәкиллегенә. Икенсенән: Дипломатик вәкиллек, йәғни илселеккә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Тап ошо ойошмалар программаны тормошҡа ашырыу менән шөғөлләнә. Әгәр ҙә күсеү тураһында документты Рәсәй эсендә йәшәгән кеше алырға теләй икән, уға Эске эштәр министрлығының Миграция идаралағына барырға кәрәк. Һәм табип анкета тултырырға һәм бер пакет документтар йыйырға тейеш. Ғаризя яҙғандан һуң, ул беҙҙең министрлыҡ тарафынан ҡарала, тикшерелә һәм рөхсәт бирелә. Миграция хеҙмәте ҡарар сығара һәм программа ҡатнашыуысы тынҡлыҡ бирелә.

 

- Ә квоталар?

 

Сикләүсе квоталар юҡ.

 

-Әммә ҡайһылыр табипҡа рөхсәт булмауы мөмкин бит. Кемдәргә юҡ?

 

Бында инде айырым талаптар бар. Тимәк, РФ граждандары рәтенә инергә теләүселәргә, ситтән ҡайтыусы табиптарға талаптар. 18 йәштән дә йәш булмаҫҡа тейеш. Эшкә һәләтле. Русса яҡшы һөйләшергә, яҙырға тейеш. Рәсәйҙә эшләргә мөмкин Хеҙмәт квалификацияһы, Рәсәйҙә законлы йәшәй ала тигән билдә булырға тейеш. Йәнә уның законды һанлаусы граждан булыуы шарт. Элек беҙҙең илдән ҡыуылып сыҡмаған, террористик ойошмаларҙа тормаған кеше. Әлбиттә, мигрант үҙе күсәсәк илдең талаптарын хөрмәт итергә тейеш.

 

Һеҙ һораған кемгә тыйыуҙары бар тигәндә: Емереп эшләй торған йәштә булмауы, русса яҡшы белмәүе, һөнәри эшмкәрлеген күрһәткән документтың тәртиптә булмауы, тура килмәүе. Унан һуң, һуңғы 5 йылдың ике йылын тәнәфесһеҙ эшләргә тейеш. Белеме барлығын күрһәткән справкалар, тулы исемлек менән беҙҙең сайтта танышырға була.

 

-Әңгәмә һуңында тос бер һорау. Күпме? Ватандаштар дәүләт программаһына ҡаҙнанан күпме аҡса бүленә? Һәм федераль бюджеттан ниндәй финанслау?

 

Федераль бюджеттан Башҡортостан ҡаҙнаһына күсерелгән субсидия күләме 563 мең. Был 2018 йылда. Республика бюджетынан-2 миллион һум. Программа сиктәрендә саралар йылына 60 табипты һәм уның 120 ғаилә ағзаһын тьәмин итергә мөмкинлек бирәсәк.

 

-Программа ҡасанға тиклем эшләйәсәк?

 

2020-се йылға тиклем. Йомғаҡлап шуны әйтәм: Табиптар, көслө белгестәр беҙгә һәр саҡ кәрәк. Шуға программаның юғары кимәлдә эшләйәсәгенә беҙҙең Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ышаныс белдерә.

ЭШ ТҮГЕЛ, ЭШСЕЛӘР КӘРӘК
ЭШ ТҮГЕЛ, ЭШСЕЛӘР КӘРӘК
Асыҡ студия
"Рәсәй - спорт державаһы"  халыҡ-ара форумы.
"Рәсәй - спорт державаһы" халыҡ-ара форумы.
Асыҡ студия
Артҡа ҡарап алға барыу
Артҡа ҡарап алға барыу
Асыҡ студия
Уфимская волна
Пенальти