Тел һәм телмәр үҫеше – ил үҫеше лә ул

      Рәсүл Сәғитов:

Фото №1 - Тел һәм телмәр үҫеше – ил үҫеше лә ул

      – Юлдарға талпынып сығамын – яңы күрешеүҙәр, күңелле тәьҫораттар тарта, рухи йәһәттән байып ҡайтам, ошо тулҡында байтаҡ йөҙәм әле. Мөмкинлек булған һайын Миәкәлә лә булырға тырышам һәм бөгөн эфирға сығыуым маҡсаты – унда кисәге сәфәрем тураһында ҡыҫҡаса һөйләп биреү.

      Быйыл июндә, Яҙыусылар союзы делегацияһы составында, дәрестәрҙән азат, әммә белем усағына һаман да йөрөгән – мәктәп яны лагерҙарында ял иткән, күренеп тороуынса, быны шатланып башҡарған балалар менән осрашҡанда, уҡытыусыларҙың да, район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары, оҙаҡ йылдар төбәк мәғарифын етәкләгән Светлана Малик ҡыҙы Атанғолованың да август кәңәшмәһендә лә ҡатнашлыҡ ҡылыу тураһында тәҡдимен ҡыуанып ҡабул иттем һәм, бына, һүҙемде үтәү мөмкинлеге тыуҙы.

      Райондың киләһе дүшәмбелә уҙасаҡ оло педсоветы алды осрашыуҙарының береһе булды был. Миәкәнең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары алдында, һөнәремә иң яҡын мәсьәлә – башҡорт теленең орфоэпияһы, йәғни дөрөҫ әйтелеше буйынса сығыш яһай алыуыма ла сикһеҙ шатмын, ҙур иғтибарға рәхмәтлемен, белдергәндәремдең иҫәпкә алынырына өмөт итәм, сөнки телде тейешсә файҙаланыуҙың, уның матурлығын күрһәтеү сәбәпле, һаҡланыу ғына түгел, артабан үҫешенә лә килтереренә иманым камил.

      Был уҡытыусыларҙан да яңғырай торҙо. Әйҙәгеҙ, башта ошо эшлекле лә, йылы ла осрашыуҙы, диктофон яҙмаларын ҡулланып, һинең күҙең алдында ла баҫтырайым, тыңлаусым. Шуның һуңынан Туҡһанбайға – Аҡмулла төйәгенә лә барып әйләнербеҙ.

 

Халыҡты эш менән тәъмин итеү. Спикер - Республика мәшғүллек үҙәгенең бүлек етәксеһе Айгөл Сабирова.
Асыҡ студия
Бюджет үтәлеше. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ эштәре. Спикер-Тәтешле районы хакимиәте башлығы Фәнүр Шәйхисламов.
Асыҡ студия
МХО-ға ярҙам. Спикер - Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, хәрби хәрәкәт инвалидтары йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Әлфит Ниғмәтйәнов
Асыҡ студия
Акции БСТ
Пенальти