Рәсүл Сәғитов:
– Бөгөнгө тура һөйләшеүҙе, дөйөм алғанда, йәштәр һәм сәйәсәт мәсьәләләренә арнарға булдыҡ. Мәғлүмәти нигеҙ ҙур быға – 9 сентябрҙә илдә, шул иҫәптән Башҡортостанда ла, һайлау үтәсәге, тауыш бирәсәгебеҙ билдәле. Ошондай кампанияларҙа йәмғиәттең әлеге төркөмгә ҡараған ағзалары нисек ҡатнаша, актив һәм пассив һайлау хоҡуғын ни дәрәжәлә ихлас файҙалана? Был да мөһим, юғиһә, ябай әйткәндә, уларҙың бөгөнгөһө – илдең иртәгәһе ләһә: яуаплылыҡ, гражданлыҡ, белем һәм башҡа мөһим нәмәләрҙе йәш кеше тормош юлының башында ала бит барыбер ҙә, шуның менән йәшәй, шуға таянып артабан үҙе тәрбиәләй.
Йәнә бер мәғлүмәти һылтау – яңы уҡыу йылы башланырға тороуы: йәштәрҙең юғары белемгә мөнәсәбәте лә ифрат етди мәсьәлә бит. Уның да ҡайһы йүнәлештәгеһен һайларға – заман ҡушҡанынмы, йөрәк талап иткәненме? Шулай тип һорамай ҙа булмай, сөнки, эйе, ниндәйҙер һөнәрҙәрҙең яҡын киләсәктә бөтөүе, яңыларының барлыҡҡа килеүе көтөлә, уларға яраҡлашмау – шәхси муллыҡ яҡлап та, ил ихтыяжы йәһәтенән дә дөрөҫ түгелдер, ә тәбиғәттән килгән һәләт менән ни эшләйек һуң? Уны ла ситләтмәҫкә кәрәк, әлбиттә, сөнки күңелде һалып эшләүгә лә килтерә был.
Ошо рәүешле һорауҙар менән студия ҡунаҡтары – Башҡорт дәүләт университетынан профессор, фәлсәфә фәндәре докторы Гүзәл Уйылданова һәм доцент, тарих фәндәре кандидаты Нурислам Ҡалмантаевҡа мөрәжәғәт итәбеҙ.