Рәсүл Сәғитов:
– 9 сентябрь быйыл илдә, шул иҫәптән республикала ла – айырым бер йәкшәмбе: тура тауыш биреү, демократия көнө был. Рәсәйҙең байтаҡ төбәгендә төрлө кимәлдәге һайлау кампаниялары барҙы, әле лә бара – 22 субъектта башлыҡтар, 16 урында, шул иҫәптән беҙҙең Башҡортостанда ла – парламент депутаттары, 4 баш ҡалала ла, федераль әһәмиәттәге мәркәз булһа ла, Мәскәүҙе лә индереп, мэрҙар, йәнә лә күп ерҙәрҙә муниципалитеттар Советтарына вәкилдәр һайлана.
Быға мөнәсәбәт бик сыбар булырға мөмкин, әммә шуныһы асыҡ: демократияны тормошҡа ашырыуҙың бер юлы ул. Шуға күрә, беренсенән, аңлап ҡарарға, икенсенән, ситтә ҡалмаҫҡа кәрәк, әлбиттә, сөнки һайлау хоҡуғы принциптарының береһе булып тап тура һайлау тора. Ҡалған өс принцип та ошоно раҫлап ҡына ҡалмай, нығыта ла: һәр кем, енесенә, милләтенә, мөлкәтенә, белеменә, диненә ҡарамай, актив (һайлаусы булараҡ) һәм пассив (кандидат сифатында) ҡатнаша ала; бер һайлаусының бер генә тауышы бар; һайлау сере тәьмин ителә. Билдәле нәмәләр былар, ләкин өҫтәмә хәтергә төшөрөү ҡамасауламаҫ.
Башҡортостанда Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың алтынсы саҡырылышы һайлана. Бишенсеһе эшмәкәрлеге, ҙурҙан алғанда, тамам булһа ла, депутаттарға ошо аҙнала, 7 сентябрҙә, тағы, сираттан тыш, йыйылырға тура киләсәк, был хаҡта иғлан ителде, һәм сәбәбе – пенсия ислахына бәйле халыҡты социаль яҡлауҙы тормошҡа ашырыу айҡанлы, ҡайһы бер документтарға төҙәтмәләр индереү ихтыяжы.
Яңы депутаттар эшмәкәрлеге һайланғас уҡ башлана, тиергә мөмкин, ә тәүге пленар ултырыштың 30 көндән уҙғарылырға тейешлеге теркәлгән Конституцияла, әммә бының, республика башлығы ҡарары менән, иртәрәк тә булыуы ихтимал. Беренсе ултырышты йәше буйынса иң өлкән депутаттың асҡанына, алып барғанына оҙаҡ йылдар шаһит була киләбеҙ, быйыл да шулай булыры көтөлә, һәм бында инде баяғы тигеҙлектең "боҙолоуы" – йәшәгән йылдарҙың өҫтөнлөк биреүе ысынында законды һанға һуҡмау тип һис ҡабул ителмәй – аҡҡа ҡара менән яҙылған да, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙгә лә тура килә.
Ҡарашты саҡ ҡына алғараҡ ташлап алдыҡ, ә әлегә кандидаттар район-ҡалаларҙа осрашыуҙар уҙғара, үҙҙәренең, рәсми һүҙҙе ҡулланһаҡ, платформалары менән таныштыра, һорауҙарға яуап бирә, ҡыҫҡаһы, ғәҙәти күренеште күҙәтәбеҙ. Һәм шунһыҙ булмай ҙа: киң мәғлүмәт саралары аша бер яҡлы мөрәжәғәттәр ҙә мөһим, әммә күҙгә-күҙ күрешеүҙәрҙең – үҙ файҙаһы. Ошолай вәғәҙәләр, эйе, улар күбәйә был осорҙарҙа, иҫтә оҙағыраҡ тотолалыр. Ихласлыҡ күрһәткән кандидаттарҙы маҡтау дөрөҫ, сөнки ғөмүмән әүҙем кеше генә депутат булырға тейеш һәм була алалыр. Ошо уҡты сәйәси фирҡәләр тәңгәлендә лә белдерергә мөмкин, юғиһә бына ниндәй һандар бар: һайлауҙа 47 фирҡәнең ҡатнашыу мөмкинлеге бар ине, 19-ы теләк белдергән, 6-һы ғына теркәлде. Йәғни сәйәси активлыҡтың тотороҡло бармауы, яңы кампания яҡынлашҡанда ғына ҡалҡыныу уңышҡа эшләмәй, бында даимилыҡ кәрәк, сөнки һайлаусының күҙе үткер, ҡолағы һаҡ, зиһене асыҡ, һәм һәр тауыш өсөн ысынлап та көрәшеү талап ителә. Көрәштең ғәҙел алып барылыуы мөһим, әлбиттә, ошо ла – сәйәси оҙаҡ йәшәүҙең бер нигеҙе, юғиһә һыңар ғына ҡыйыш аҙымдың да бөтә киләсәгеңә күләгә төшөрөүе бар. Сәйәсәтте таҙа булмаған эш тип раҫлауҙан арындырырға кәрәк шулай.
Башҡортостанда 110 депутатты һайлау бурысы тора. Уларҙың яртыһы бер мандатлы округтарҙа, ҡалған 55-е берҙәм һайлау округында һайлана. 110 депутаттың 18-е даими нигеҙҙә эшләйәсәк.
Ошо инеш һүҙҙән һуң төп өлөшкә күсәбеҙ, ә ул, ғәҙәттәгесә, әңгәмәнән ғибарәт булыр. Студияла, ябай әйткәндә, ҙур ғалим, сәйәсәт белгесе Фәнил Фәйзуллинды сәләмләйбеҙ.