Ер тетрәүе

Республика халҡының бер өлөшө төндә етди генә хәүеф, ҡурҡыу тойғоһо кисерҙе. Төн уртаһында Өфөлә, шулай уҡ Белорет, Салауат райондарында ер тетрәүе, дөрөҫөрәге бәүелеүе һиҙелде. Социаль селтәрҙәрҙә ултырыусылар Бөрйәндә, Әбйәлилдә лә ошо хаҡта хәбәр иттеләр. Кешеләр йорт йыһаздары һелкенгән йәки шыуғанға уяна. Республика биләмәләрендә ер тетрәү, дөрөҫөрәге һелкенеү осраҡтары даими булмаһа ла, яңылыҡ түгел. Тарихтан күренеүенсә, 1893 йылда Өфө эргәһендәге Вавилово ауылы тирәһендә ер убыла. 1914 йылдың авгусында хәҙерге Мәсетле, Дыуан, Белорет, Учалы, Әбйәлил райондары биләмәләрендә ошоға оҡшаш хәл була, хатта халыҡтың ҡоҙоҡтарындағы һыуы китә, йорт стеналары сатнай. Һуңғы 150 йылда Көньяҡ Уралда ер тетрәүҙең 40 осрағы теркәлгән. Сейсмолог Рушан Шәкүров- студия ҡунағы.

Фото №1 - Ер тетрәүе
Махсус хәрби операция ветерандарына ярҙам саралары. 2-се өлөш.
Асыҡ студия
Махсус хәрби операция ветерандарына ярҙам саралары. 1-се өлөш.
Асыҡ студия
Ветеринария. Ҡош киҙеүе. Прививкалар. 2-се өлөш.
Асыҡ студия
Телеканал БСТ приглашает желающих на обучающие курсы
Как получить 250 тысяч вместо земельного участка многодетным семьям в Башкирии