Фольклориада- 2020

Башҡортостан сираттағы форумға әҙерләнә. Беҙҙә 2020 йылда Бөтә донъя фольклориадаһы үтә. Уға әҙерлек барышында төрлө конкурстар ҙа уҙғарыла. Мәҫәлән, ошо көндәрҙә Рәсәй сәсәндәре өсөн ярыш иғлан ителде. Бөтә донъя фольклориадаһы һәр халыҡтың милли мәҙәниәтен, тарихын, йола-көнкүрештәрен, ижадын, шул иҫәптән ауыҙ-тел ижадын күрһәтә тороған оло йыйын. Фольклориаданың ябай форум булмауын төрлө йылдарҙа уны уҙғарған дәүләттәр исемлеге лә раҫлай. 1996 йылда тәүгеһен Нидерландтар ойоштора. Һуңынан Япония(Токио), артабан Венгрия (Печ һәм Будапешт), 2012-лә Көньяҡ Корея (Ансон), 2 йыл элек Мексика(Сакатекас) ҡабул итте. Һәм ике йылдан Рәсәй Федерацияһы, уның иң ҙур төбәге булған Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфө уҙғарасаҡ. Тимәк, республиканы ситтә танытыу өсөн йәнә бер мөмкинлек. Республика халыҡ ижады үҙәге белгесе Әлфиә Ибраһимова һәм "Шоңҡар" журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин менән - ошолар һәм башҡалар тураһында.

Фото №1 - Фольклориада- 2020
Автомобилде ҡышҡылыҡҡа әҙерләү. Студия ҡунағы - автобелгес Хәлим Әйүпов.
Автомобилде ҡышҡылыҡҡа әҙерләү. Студия ҡунағы - автобелгес Хәлим Әйүпов.
Асыҡ студия
Янғындар. Һаҡланыу һәм иҫкәртеү.
Янғындар. Һаҡланыу һәм иҫкәртеү.
Асыҡ студия
Парламент эше.
Парламент эше.
Асыҡ студия
Волна
Как получить 250 тысяч вместо земельного участка многодетным семьям в Башкирии