Яңы парламенттан ниҙәр көтәбеҙ?

Яңы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай тауыш биреү көнөнән һуң 30 көн эсендә тәүге ултырышын уҙғарырға тейеш. Республика Башлығы был датаны ашыҡтырыу хоҡуғына ла эйә. Әлеге ваҡытта партиялар үҙ исемлектәрен барлай. Һуңынан һәр береһе ултырыштарын уҙғара, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға етәксе вазифаларға кандидаттар күрһәтә. Тулы составтағы тәүге ултырышта беренсе пленар ултырышҡа әҙерләнеү өсөн ойоштороу комитеты төҙөлә. Унда парламентҡа үткән барлыҡ фирҡәләр вәкилдәре - 11 депутат буласаҡ. Ойоштороу комитетының эше байтаҡ. Депутаттарҙан ҡайһы комитетта эшләргә теләүҙәре тураһында ғаризалар ҡабул итеү, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың даими комитеттарын, уларҙың һанын, атамаларын, составтарын раҫлау һәм башҡа эштәрҙе башҡарып сығырға кәрәк.

Фото №1 - Яңы парламенттан ниҙәр көтәбеҙ?
Халыҡты эш менән тәъмин итеү. Спикер - Республика мәшғүллек үҙәгенең бүлек етәксеһе Айгөл Сабирова.
Асыҡ студия
Бюджет үтәлеше. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ эштәре. Спикер-Тәтешле районы хакимиәте башлығы Фәнүр Шәйхисламов.
Асыҡ студия
МХО-ға ярҙам. Спикер - Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, хәрби хәрәкәт инвалидтары йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Әлфит Ниғмәтйәнов
Асыҡ студия
Волна
Акции БСТ