Ятып ҡалырғамы, һатып ҡалырғамы?

      Рәсүл Сәғитов:

Фото №1 - Ятып ҡалырғамы, һатып ҡалырғамы?

      – Ауыл хужалығын иҡтисадтың бер тармағы итеп кенә күрмәү, ижтимағи, хатта сәйәси ҙә өлкәгә тиңләү дөрөҫтөр. Быны аграр илдә йәшәүебеҙ, республиканың да ана күпме халҡының ауылда торғаны, тармаҡтың һуңғы йылдарҙа етди күрһәткестәр менән алға барыуы менән генә түгел, тарихи тәжрибәбеҙ, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ, игендең, рәсми телдә тауар тип аталһа ла, ысынында унан сағыштырғыһыҙ мөһимерәк икәнлеге, бура тулылығының күңел бөтөнлөгөн дә биргәне менән иҫбатлап була. Йәғни уға ла заманса ҡараш талап ителә, әҙ һалып күп ҡаҙыу бында ла кәрәк, шуның өсөн дә бит инде быуаттар буйы килгәндән бер ни тиклем ситләшеү – бығаса сәселмәгәнде сәсеү, ошо арҡала үтеме юғары шул культураларҙан ысынлап та табыш алыу бар, ләкин улар иген урынын биләмәһендер, сөнки тәҡдим йышта алым һирәгәйгәне билдәле.

      Заманса кешенең иғтибары нисек итеп йәһәт аҡса эшләүҙән дә бигерәк, бәлки, иҫкелек тип ҡаралһа ла, баҫыу-ҡырҙарҙа ла булырға тейеш, тип, әйҙәгеҙ, асыҡ белдерәйек, сөнки уларҙағы хәл – тотош донъя көтөүгә лә нигеҙ. Ошоға бәйле мәсьәләне тапшырыуҙарыбыҙға йыш сығарабыҙ һәм бөгөн – шул осраҡтарҙың сираттағыһы. Беҙҙә ҡунаҡта – Башҡортостан ауыл хужалығы министры  урынбаҫары Ирек Сураҡов.

 

Махсус хәрби операция ветерандарына ярҙам саралары. 2-се өлөш.
Асыҡ студия
Махсус хәрби операция ветерандарына ярҙам саралары. 1-се өлөш.
Асыҡ студия
Ветеринария. Ҡош киҙеүе. Прививкалар. 2-се өлөш.
Асыҡ студия
Телеканал БСТ приглашает желающих на обучающие курсы
Пенальти