Рәсүл Сәғитов:
– 17 сентябрҙә тормошҡа аша был, ләкин 245 йыл элек – 1773 йылдың ошо көнөндә Пугачев казактар алдында сығыш яһай, үҙен император Петр Өсөнсө тип иғлан итә, күтәрелешкә өндәй. Йәһәт хупланып алына, һуғыш тоҡана. Күп ҡалалар ҡаршылыҡ күрһәтмәй, ғәскәр уларға кәртәһеҙ инә, тулылана бара.
Өс этаптан тора яу: 1773 йылдың сентябре – 74-тең апреле; артабан – 74-тең июленәсә арауыҡ; һәм өсөнсөһө – шунан 1775 йылғаса. 1773 йылдың 12 ноябрендә Пугачевҡа Салауаттың ҡушылғаны билдәле. 74-тең ноябрендә уның һуңғы алышы була. Бер йыл ғына бара Юлай улы азатлыҡ яу байрағы аҫтында, әммә шул ун ике ай уның ғүмеренең иң сағыу өлөшөнә әйләнә. Тарихи яҡтан бик ҡыҫҡа ошо осорҙа халыҡ ҡаһарманы, шағиры, рухы образы ярала.
Ошо турала һөйләшербеҙ бөгөн, һәм ул Башҡортостан республика булараҡ ойошоуға 100 йыл тулыуға арнала. Студияла тарих фәндәре докторы, профессор, Салауат Юлаев ордены эйәһе Нәзир Ҡолбахтинды ҡаршылайбыҙ.