Ваҡсыллыҡ түгел ул һаҡсыллыҡ

      Рәсүл Сәғитов:

Фото №1 - Ваҡсыллыҡ түгел ул һаҡсыллыҡ

      – Бөгөнгө тапшырыуҙың бер өлөшөн «Һаҡсыл хөкүмәт» программаһы үтәлеше биләр. Ә нимә ул? Рәсми телдә – дәүләт хакимлығының башҡарма органдарында, файҙаһыҙ ваҡытлыса сығымдарҙы бөтөрөү нигеҙендә, һаҡсыл етештереү мәҙәниәтен формалаштырыу һәм етештереүсәнлекте арттырыу буйынса федераль пилот проекты. Унда, Башҡортостандан тыш, Адыгея, Төнъяҡ Осетия-Алания, Киров, Рязань өлкәләре, Ханты-Манси автономиялы округы ҡатнаша.

      Йыл башында, республика башлығы менән «Росатом» етәксеһе осрашыуында, республикала «Һаҡсыл хөкүмәт» һәм «Һаҡсыл поликлиника» проекттарын ғәмәлгә ашырыу мәсьәләһе ҡаралғайны. Ике йүнәлештең дә япондарҙың ошоға ҡағылышлы билдәле теорияһына бәйлелеге билдәле. Ябай әйткәндә, һөҙөмтәлә башҡарылған эш һаны кәмергә, бер үк ваҡыт арауығындағы етештереүсәнлек күтәрелергә тейеш.

      Артабан, февралдә, республиканың 14 дәүләт органы эшен ошоға ярашлы үҙгәртеп ҡороу башланды. 1 июлгә беренсе өлөшө тамамланды, уңышлы, тип баһаланды. Шуның менән бергә кире яғы ла бар – кешеләр эшһеҙ ҡала. Республика башлығы, өҙөмтә килтерәбеҙ, «ысын мәғәнәләге юғары квалификациялы, тәжрибәле белгестәрҙе хеҙмәт коллективында һаҡлап алып ҡалыуҙы аңлау кәрәклеген», өҙөмтә тамам, белдерҙе.

      Өйрәнер өсөн уҡыу, уҡытыу кәрәк. Шуға күрә Башҡортостан башлығы ҡарамағындағы Дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында яңы программа булдырыласағы хәбәр ителде. Уның нисек бойомға ашырылғанын уҡыу йорто ректоры Илгиз Ҡәҙерғоловтан һорашайыҡ та. Башҡа мәсьәләләр ҙә ситтә ҡалмаҫ, әлбиттә.

 

Тура бәйләнеш: тура һәм аныҡ һөйләшеү
Тура бәйләнеш: тура һәм аныҡ һөйләшеү
Асыҡ студия
ЮНЕСКО. Эшмәкәрлек төрлө ҡырлы
ЮНЕСКО. Эшмәкәрлек төрлө ҡырлы
Асыҡ студия
Ватан һаҡлаулы, халыҡ яҡлаулы
Ватан һаҡлаулы, халыҡ яҡлаулы
Асыҡ студия
Республика Башкортостан. Международная выставка-форум «Россия»
Как получить 250 тысяч вместо земельного участка многодетным семьям в Башкирии