Фольклориаданы үткәрергә әҙербеҙ

Һоҡланғыс һәм үҙенсәлекле ғөрөф-ғәҙәттәр һәм йолалар. Борондан  килгән моңло йырҙар, дәртле бейеүҙәр һәм бай,  һутлы тел ижады. Былар бөтәһе лә - фольклор. Фольклор - беҙҙең үткәнебеҙ, беҙҙең тарихыбыҙ. Ә тарихты үҙен хөрмәт иткән кеше белергә һәм хәтерләргә тейеш.

Фото №1 - Фольклориаданы үткәрергә әҙербеҙ

Бөгөн беҙ фольклор, халыҡ ижады, мәҙәниәт хаҡында һөйләшмәксебеҙ. Студияла алып барыусы Вадим Лаврентьев.

Ике аҙна дауамында Өфөлә һәм республикала Бөтә донъя фольклор фестивалдәре һәм традицион сәнғәт ойошмалары халыҡ-ара советының конгресы уҙҙы. Унда 54 илдән 200-ҙән ашыу вәкил ҡатнашты. Форумда ҡаралған төп мәсьәлә - Башҡортостандың 2020 йылда үтәсәк Бөтә донъя Фольклориадаһына әҙерлеге. Ҡунаҡтар Өфөлә булды, башҡа райондарға ла сәфәр ҡылды, Шүлгәнташ мәмерйәһе эсендә оркестр сығышын ҡараны.

Эфирға саҡырылған ҡунаҡтарыбыҙ менән ошо хаҡта һөйләшергә йыйынабыҙ. Улар менән танышып үтәйек. Республика халыҡ ижады үҙәге директоры  Артур Әлибәков һәм ойошманың төбәк- һәм халыҡ-ара хеҙмәттәшлек бүлеге етәксеһе Зарина Хәсәнова.

 

Автомобилде ҡышҡылыҡҡа әҙерләү. Студия ҡунағы - автобелгес Хәлим Әйүпов.
Автомобилде ҡышҡылыҡҡа әҙерләү. Студия ҡунағы - автобелгес Хәлим Әйүпов.
Асыҡ студия
Янғындар. Һаҡланыу һәм иҫкәртеү.
Янғындар. Һаҡланыу һәм иҫкәртеү.
Асыҡ студия
Парламент эше.
Парламент эше.
Асыҡ студия
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ