Есем һәм уға исем

      Рәсүл Сәғитов:

Фото №1 - Есем һәм уға исем

      – Исемең шәп, кем ҡушҡан? Халыҡ. Шулай, тап халыҡ һайлаған, булһын да ул. Эйе, «Рәсәйҙең бөйөк исемдәре» проекты, йәғни илдәге 45 аэропортҡа, шуның эсенән Өфөнөкөнә лә, ошолай өҫтәмә атама – бөйөк ватандаштарыбыҙҙың береһе исемен биреү тураһында һөйләшмәксебеҙ бөгөн.

      Мәсьәлә күҙ алдында тағы ла асығыраҡ баҫһын өсөн, башта бына ниндәй инеш һүҙ әйтәйек.

      Ошо көндәрҙә генә Рәсәйҙәге бер нисә йәмәғәт ойошмаһы әлеге  башланғыс менән сығыш яһаны һәм бөгөн быға бәйле төрлө саралар – түңәрәк өҫтәлдәр, матбуғат конференциялары бара, сираттағыһы бөгөн төштән һуң үтте. Иртәгәнән һуң, 18 октябрҙә, республикабыҙҙан иң күп тауыш йыйған шәхестәр исемлеге илдең Йәмәғәт палатаһына ебәрелә. 22-һендә лонг-лист, йәғни оҙон теҙмә, раҫлана, ә инде 29 октябрҙән 7 ноябргәсә халыҡҡа шорт тигәне, иң өҫтәге, өс исемле, ҡыҫҡартылғаны тәҡдим ителә. 8 ноябрҙән уның тамам аҙағынаса – ахырғы тауыш биреү. 5 декабрҙә шул иҫәптән Өфө аэропорты ла ҡайһы яҡташыбыҙҙың исемен йөрөтөрө билдәле буласаҡ. Йәғни, эш бик етди ойошторола, депутаттар теле менән әйткәндә – беренсе һәм артабанғы уҡыуҙар була. 

      Тәҡдимдәр әле Рәсәй һәм Башҡортостан Йәмәғәт палаталарының социаль селтәрҙәрҙәге төркөмдәрендә, проекттың сайтында, телефон йәки электрон почта аша ҡабул ҡылына. Кандидаттарҙың төбәк тарихында яҡты эҙе ятыуы мөһим, улар араһында бөгөнгө сәйәсмән, дәүләт эшмәкәрҙәре була алмай.

      Әлегә иң йыш яңғыраған исемдәр – Салауат Юлаев, Мостай Кәрим, Миңлеғәле Шайморатов, Муса Гәрәев, Сергей Аксаков, Рудольф Нурыев һәм башҡалар.

      Проект тураһында артабан Башҡортостан Фәндәр Академияһы вице-президенты, тарих фәндәре докторы, профессор Айтуған Аҡманов һәм Фәндәр Академияһы хеҙмәткәре Азат Дауытов менән әңгәмәләшәбеҙ.

     

                       

Халыҡты эш менән тәъмин итеү. Спикер - Республика мәшғүллек үҙәгенең бүлек етәксеһе Айгөл Сабирова.
Асыҡ студия
Бюджет үтәлеше. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ эштәре. Спикер-Тәтешле районы хакимиәте башлығы Фәнүр Шәйхисламов.
Асыҡ студия
МХО-ға ярҙам. Спикер - Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, хәрби хәрәкәт инвалидтары йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Әлфит Ниғмәтйәнов
Асыҡ студия
Уфимская волна
Как получить 250 тысяч вместо земельного участка многодетным семьям в Башкирии