Быйыл республика юғары уҡыу йортары 19 мең 200-ҙән ашыу егет-ҡыҙҙы беренсе курсҡа ҡабул итте. Уларҙың 9 меңдән ашыуы - бюджет, 10 меңгә яҡыны коммерция бүлектәрендә уҡый. Былтырғы менән сағыштырғанда, ҡаҙна урындары - 600, коммерция урындары 4 меңдән ашыуыраҡҡа кәмегән. "Асыҡ студия"ла ҡабул итеү һөҙөмтәләре, уңыштар, хәл итәһе мәсьәләләр, кадрҙар әҙерләү, ғөмүмән, белем алыу, йәштәрҙе ситкә ебәрмәү, киткәндәрен диплом алғас ҡайтарыуға өлгәшеү кеүек һорауҙар ҡаралды. Башҡорт дәүләт университетының ҡабул итеү һәм һөнәри йүнәлеш һайлауҙа ярҙам бүлеге етәксеһе Таһир Амангилдин менән Республиканың Архитектура, төҙөлөш һәм коммуналь хужалыҡ колледжы директоры Булат Биктимеров үҙ фекерҙәрен еткерҙе.