Хаҡ ҡуйғыһыҙ хазина

      Рәсүл Сәғитов:

Фото №1 - Хаҡ ҡуйғыһыҙ хазина

      – Һүҙлек һәм энциклопедияларҙың донъяуи әһәмиәте тураһында өҫтәмә әйтеп тороу артыҡтыр, был асыҡ һәм бәхәсһеҙ – сөнки улар лингвистик баҫма ғына түгел, ә тотош мәғлүмәт китаптары. Һүҙлектең алфавит тәртибендәге Йыһан икәнлеге тураһында ла бөйөктәрҙең береһенән ҡалған раҫлау бар.

      Бынан файҙа бөгөнгө йәмғиәттә ниндәй һуң? Мәғлүмәт дәүере тип аталған әлеге заманда ул бурыстарын ни дәрәжәлә теүәл үтәй, юҡһа ваҡиғалар тиҙлеге менән бергә атларға ла кәрәк бит? Бына ошонда инде электрон версия мөмкинлектәре эшкә ҡушыла. Хәл ҡағыҙ энциклопедияларҙың бөтөнләй юҡҡа сығыуын аңлатамы? Уларҙың, тулыһынса туҡтамаһа ла, бик затлы, хазиналай һаҡланыр әйбер булараҡ ҡына ҡалыуы ихтимал, ә көндәлек ҡулланыуҙа виртуаль киңлектәгеһе уңайлыраҡ һәм үҙен сығарыуы күпкә осһоҙораҡ, әлбиттә.

      Ошо һәм башҡа мәсьәләләр тураһында һөйләшергә ниәт иттек һәм студияла «Башҡорт энциклопедияһы» автономлы ғилми учреждениеһы директоры Уйылдан Сәйетовты сәләмләйбеҙ.

 

Ватан һаҡлаулы, халыҡ яҡлаулы
Ватан һаҡлаулы, халыҡ яҡлаулы
Асыҡ студия
Халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ аҙналығы
Халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ аҙналығы
Асыҡ студия
УРТА БУЛҺА ЛА ЮҒАРЫ, ЯНАМАЙ УҒА ЮҒАЛЫУ
УРТА БУЛҺА ЛА ЮҒАРЫ, ЯНАМАЙ УҒА ЮҒАЛЫУ
Асыҡ студия
Уфимская волна
БАШКОРТТАР-БСТ