Сүп-сар-Баймаҡта, полигон-Белоретта, Мәфтуха апай, 200 һумыңды сығар.

Студияла: Гүзәл Ситдиҡова.

Фото №1 - Сүп-сар-Баймаҡта, полигон-Белоретта, Мәфтуха апай, 200 һумыңды сығар.

 

Сүп аҡсаға әйләнә! Ҡала ерендә 149 һум, ауыл ерендә 200 һум. Һәр кешенән. Был нимә? Үҙе лә сығара алған сүп-сар өсөн кеше талаумы, әллә таҙа һауа, таҙа ер булһын тип, хөкүмәттең үҙенсә халыҡты ҡайғыртыуымы?

 

Бөгөнгө "Асыҡ студия" эксперттары: 4 төбәк операторының береһе булған «Махсусавтохужалыҡ» предприятиеһы директоры урынбаҫары Ринат Биккинин, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, “Йәшелдәр” фракцияһы етәксеһе Руфина Шаһапова.

 

РШ. 1 ғинуарҙан сүп буйынса бер ниндәй үҙгәрештәр булмаясаҡ. Сүп-сар нисек бар, шулай ҡаласаҡ. Әле беренсе аҙымдар ғына яһала, ә кеше үҙ кеҫәһендә тоясаҡ. Был ғәрәсәт, был кешене талау!

ГС. Был реформа кәрәк ине. Тик ғаиләнән 1000 һум сығып китә икән, ихатаңда соҡор ҡаҙ ҙа шунда күм... РБ. Күмһә лә, яндырһа ла, был закон, барыбер түләргә тура киләсәк.

Тыңлаусы: Ахмаҡтарса был. Кеше ҡайҙан аҡса тапһын, нисек түләтергә йыйынаһығыҙ? Һәм мотлаҡ ул сүп-сар йыйыласаҡ,- тип нисек ышандыра алаһығыҙ?

РБ. Судлашырға тура киләсәк. Аҙнаһына бер машиналар барасаҡ.

РШ. Революция көтәһегеҙме әллә? Эшкәртеүсе завод бармы әле, полигондар әҙер түгел, төпкөл ауылдарға машина үтә аласаҡмы-юҡмы, әммә ике айҙан халыҡ аҡса түләй башлаясаҡ.

Тыңлаусы: Ауылда бер сүп тә юҡ, 6 айға саҡ йыйыла. Беҙ нимә өсөн түләйәсәкбеҙ?

ГС. Ауыл халҡы ҡый-һыйын мейескә яға, картуф ҡабығын малына ашата... 

РБ. Тариф буйынса һуңғы яуап әйтелмәгән бит әле, бәлки, кәметеп тә булыр.

ГС. Баймаҡтан Белоретҡа полигонға сүп-сар ташыясаҡтар икән, ул хаҡты нисек төшөргә йыйынаһығыҙ икән? Транспорт, бензин хаҡы...

РШ. Европаса булабыҙ тип тырышабыҙ инде.

ГС. Ә хәҙер шуны Баймаҡтағы Мәфтуха апайға аңлатып ҡарағыҙ...

 

Һеҙҙең комментарийҙар ниндәй булыр? 

Рух ныҡлығы өҫтәне
Рух ныҡлығы өҫтәне
Асыҡ студия
Геройҙар исемен мәңгеләштереү
Геройҙар исемен мәңгеләштереү
Асыҡ студия
Сәсереңдән алда һатырыңды уйла
Сәсереңдән алда һатырыңды уйла
Асыҡ студия
Как получить 250 тысяч вместо земельного участка многодетным семьям в Башкирии
БАШКОРТТАР-БСТ