Рәсүл Сәғитов:
– Бөтә донъя фәлсәфә көнө алдындабыҙ. Тарихи күҙлектән ҡарағанда әле яңы ғына – 2005 йылда ЮНЕСКО тарафынан иғлан ителә ул, ноябрҙең өсөнсө кесе йомаһында билдәләнә. Маҡсат – донъя йәмғиәтен фәлсәфәүи фекер хазинаһына йәлеп ҡылыу. Ә был ниңә кәрәк һуң? Ябай әйткәндә – ана шул донъяны аңлау, мәҫәлән, шул уҡ ижтимағи-сәйәси тормоштағы ҡатмарлы мәсьәләләрҙе яҡшыраҡ төшөнөү өсөн хәжәт. Ысынында ла – фәлсәфә фекер тураһында фекерләргә, оло хәҡиҡәттәрҙе тикшерергә, һығымталар яһарға өйрәтә бит. Фәлсәфә быуаттар дауамында төрлө мәҙәниәттәрҙә анализ яһау өсөн концепциялар тыуҙырған, тәнҡиди, бойондороҡһоҙ һәм ижади фекерләүгә нигеҙ һалған.
Ҡатмарлымы? Бер яҡлап шулай, икенсе яҡлап – ябай, сөнки төшөнсәнең килеп сығышына диҡҡәт ҡылғанда, боронғо грек телендә яҡынса «аҡылды яратыу» мәғәнәһен бирә, ә был инде – күпкә аңлайышлы, сөнки аҡыллы булыуҙы бик юғары баһалайбыҙ һәм үҙебеҙҙе, дөрөҫөн әйткәндә, шулай һанайбыҙ ҙа, шуға күрә һәр беребеҙ фәйләсүф тә килеп сығабыҙ ҙаһа. Бынан һығымта шул: фәлсәфә – ифрат кәрәкле, теүәл фән дә, өлкә лә.
Беҙҙең студияла – Башҡорт дәүләт университетының фәлсәфә һәм социология факультеты деканы, фәлсәфә фәндәре докторы, профессор Ғәфүр Сәлихов.