Яҡтыртһын һәм яҡшыртһын

      Рәсүл Сәғитов:

Фото №1 - Яҡтыртһын һәм яҡшыртһын

      Фән йәмғиәткә ниңә кәрәк? Мәҫәлән, ҡатмарлы, ҡайһы саҡ хатта серле күренештәрҙе аңлатыр өсөн. Фән – күҙәтеүсән, ҡыҙыҡһыныусан шәхестәр, асыштар яһау, яңы ғилемдәр өҫтәү, уларҙы кешелеккә яҡынайтыу һәләте тәбиғәттән үк һалынған йоморо баштар урыны. Йәғни фәндең мәртәбәһе – йәмғиәткә файҙала, тормошто матурайтыуҙа. Белемдең ҡасандыр һүрәтләүсе генә булған бөтә тармаҡтары ла – медицина, биология, тарих, социология, тел ғилеме һәм башҡалар бөгөн – үҫештең күпкә юғары баҫҡысында.

      Шуның менән бергә фәндең әһәмиәте шиккә лә ҡуйылыусан: йәнәһе, ул яҡшылыҡтан бигерәк яманлыҡ килтерә. Шулай тиелгәндә ҡорал иҫкә төшөрөлә, машиналарҙың кешене һаман ҡыҫырыҡлағанына, ә бының инде эшһеҙлекте үрсеткәненә, тимәк, әҙәм балаһының бәҫе төшә барыуға ишаралана. Һәм бында беҙ мәсьәләнең әхләҡи яғына сығабыҙ – ниндәй генә бөйөк асыш балҡымаһын, ул кеше ихтыяжына хеҙмәт итһен. Инеш һүҙҙең ҡыҫҡа һығымтаһы – бына шул.

      Ә өлкәләге бөгөнгө хәл, ниәттәр тураһында Башҡортостан Фәндәр Академияһы президенты Әлфис Ғаязов менән һөйләшәбеҙ.

Автомобилде ҡышҡылыҡҡа әҙерләү. Студия ҡунағы - автобелгес Хәлим Әйүпов.
Автомобилде ҡышҡылыҡҡа әҙерләү. Студия ҡунағы - автобелгес Хәлим Әйүпов.
Асыҡ студия
Янғындар. Һаҡланыу һәм иҫкәртеү.
Янғындар. Һаҡланыу һәм иҫкәртеү.
Асыҡ студия
Парламент эше.
Парламент эше.
Асыҡ студия
Волна
Как получить 250 тысяч вместо земельного участка многодетным семьям в Башкирии