"Башҡортостан Владимир Путиндың кәрттәр колодаһынан козырь-тузды тартып сығарҙы..."

 

Фото №1 - "Башҡортостан Владимир Путиндың кәрттәр колодаһынан козырь-тузды тартып сығарҙы..."

 

Гүзәл Ситдиҡова: Бөгөн Радий Хәбиров миңә «Брюс Всемогущий» фильмындағы Аллаһы тәғәлә булып эшләгән геройҙы хәтерләтә. Аллаға миллион-миллион хаттар килә, мөрәжәғәттәр. Һәм ул барыһына ла ярҙам итергә тырыша.

 

Камил Буҙыҡаев: Мин был 4 миллион эсенә инмәйемдер ул. Әммә дәлил-элек барыһына ла бар нәмә барыбер ине. Бөгөн халыҡ Башҡортостан Путиндың етәкселәр колодаһынан козырь-тузды тартып алғанын аңларға тейеш.

ГС. Һеҙ власть уйынсыһымы?

КБ. Юҡ. Мин үҙем генә. Мине бер кем дә тыя алмай. Хатта элек тә мин- йәнәһе лә Салауат Юлаев һәйкәле Красногорскийға: Ҡайҙа әле, теге малайымды алып ҡайтам,- тип сығып киткән,-тип карикатура төшөргәйнем. Етешһеҙлек бар икән, төшөрәсәкмен. Кеше көлдөрөп йөрөмәһендәр. Чиновниктар ҡайғыһы миңә барыбер.

КБ: Нимә Шарли Эбдо? Улар, миңә ҡалһа, үҙҙәре үҙҙәрен яндырҙы. Уға тиклем уларҙы бер кем дә белмәне.

ГС:Бөгөн халыҡҡа ниндәй темалар оҡшай?

КБ: Кем тип һора. ГС: Кем?) КБ: Радий Фәрит улы. Халыҡтың яратҡан персонажы. Халыҡҡа бөгөн нимә кәрәк? Икмәк һәм тамаша. Тамашаны Радий Фәритович артығы менән бирә. Ә икмәк бар.

ГС: Һеҙ Радий Фәрит улын туҡталышта яланбаш, еңел туфлиҙа, транспорт көтөп туңып бөткән, тип тә төшөрөп ҡуйҙығыҙ. КБ: Бөгөн властағы түгел, унан ситтә йәшәгән кешегә юморһыҙ мөмкин түгел. Ә властағы кеше юморһыҙ икән, үҫә алмай.

ГС. Һеҙгә йәшәүе ҡурҡынысмы? КБ. Юҡ. Нисек Рөстәм Зәкиевич, шулай уҡ Радий Фәритович ваҡытында миңә бер кем дә теймәй. Әлегә теймәй. ...Бөгөн минең менән миңә битараф булмаған кеше идара итә. Был башты һыйпап йомшаҡ ултыртҡанға ҡарағанда яҡшыраҡ. Барыһы өсөн дә уңайлы. 

...Бөгөн иң ҙур проблема-битарафлыҡ. Бер урында 30 йыл бер нәмә эшләмәй ултырғандар аптырата, ҡайһы саҡ, кеше аңлаһын өсөн, уны этеп-төртөргә кәрәк. Оят булырға тейеш аҙыраҡ.

...Бөгөн кешелә өмөт уянды.

Һыуҙар урап кире ҡайтты
Һыуҙар урап кире ҡайтты
Асыҡ студия
Төп йүнәлеш бөгөн — МХО
Төп йүнәлеш бөгөн — МХО
Асыҡ студия
Бурысҡа тиң хоҡуҡ
Бурысҡа тиң хоҡуҡ
Асыҡ студия
Уфимская волна
Пенальти