Әсә көнө

Ноябрҙең һуңғы йәкшәмбеһе календарҙа "Әсәләр көнө" тип билдәләнгән. Был көндө әсәйҙәребеҙҙе, балаларыбыҙҙың әсәләрен, ғөмүмән, гүзәл заттарға барлыҡтары, булғандары, беҙҙе тыуҙырғандары өсөн рәхмәтебеҙҙе еткерҙек. Бала табыу һәм бағыу. Берәүҙәр ауыр хеҙмәт, ти, икенселәр изге хеҙмәт, бәхет ти. Бәхет, әлбиттә. Шуға өҫтәп сабыйҙарға, әсәйҙәргә дәүләт тарафынан лайыҡлы ярҙамы ла булып торһа. "Асыҡ студия"ла ошо темаларҙы тикшерәбеҙ. Республиканың халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәгенең Өфөнөң Киров районы буйынса бүлеге етәксеһе Венера Ҡотлогилдина менән “Әсә йөрәге” төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Гөлшат Ибраһимова үҙ фекерҙәре менән уртаҡлаша.

Фото №1 - Әсә көнө
Автомобилде ҡышҡылыҡҡа әҙерләү. Студия ҡунағы - автобелгес Хәлим Әйүпов.
Автомобилде ҡышҡылыҡҡа әҙерләү. Студия ҡунағы - автобелгес Хәлим Әйүпов.
Асыҡ студия
Янғындар. Һаҡланыу һәм иҫкәртеү.
Янғындар. Һаҡланыу һәм иҫкәртеү.
Асыҡ студия
Парламент эше.
Парламент эше.
Асыҡ студия
Волна
Волна