Ярлылыҡтан нисек ҡотолорға?

      Рәсүл Сәғитов:

Фото №1 - Ярлылыҡтан нисек ҡотолорға?

      – Ике мең дә ун туғыҙ – хәүеф-хәтәргә тығыҙ. Социаль-иҡтисади яҡлап яһалған анализдарҙың дөйөм рухы, һәр хәлдә бөгөнгә – шулай. Ил иҡтисадының иң һыҙлаулы урыны – халыҡтың реаль килеме төшә барыуы ҡабарта был хафаны – 2014 йылдан 2017 йылғаса әлеге килем барыһы бергә 11 процентҡа кәмегән. Быйыл хәл тамырынан үҙгәрер, табыш ҡалҡына башлар, тип ышанылғайны юғиһә. Һәм бының өсөн нигеҙ ҙә һәйбәт ине бит – беренсенән, көрсөк тамамланды, иҡтисад ыңғай күрһәткескә сыҡты, икенсенән, ҡаҙна хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы, пенсиялар индексацияланды, хеҙмәткә түләүҙең иң түбән кимәле йәшәү минимумына тиңләштерелде. Ләкин кеҫәләр ҡапыл ҡалынайып китмәне.

      Ниңә? Табыш артыуҙың төп шарты тип, рәсми телдә әйткәндә, финанс баҙарҙарында һәм иҡтисадта тотороҡлолоҡ атала. Ә әлегә был турала раҫларға иртәрәк. Эске тулайым продукт быйыл 1,8 процент самаһы булыр, тип өмөтләнелә лә ул, ә бына 2019-ҙа 1,3-кә ҡалыры фаразланыла, 1 генә процент, тиеүселәр ҙә бар. 2020-нән башлап ҡына 3 процент көтөлә.

      Ни ҡылырға һуң? Ил хөкүмәтененең был яҡлап ошо көндәрҙәге яңы аҙымы – фәҡирҙәр һанын әҙәйтеү буйынса эксперимент. Бөгөн төп һүҙ ошо турала булыр.

      «Асыҡ студия»ҡунағы – Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайының урындағы үҙидара, граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереү һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары, РФ Коммунистар фирҡәһе Башҡортостан бүлексәһенең беренсе секретары Юнир Ҡотлоғужин.

 

Автомобилде ҡышҡылыҡҡа әҙерләү. Студия ҡунағы - автобелгес Хәлим Әйүпов.
Автомобилде ҡышҡылыҡҡа әҙерләү. Студия ҡунағы - автобелгес Хәлим Әйүпов.
Асыҡ студия
Янғындар. Һаҡланыу һәм иҫкәртеү.
Янғындар. Һаҡланыу һәм иҫкәртеү.
Асыҡ студия
Парламент эше.
Парламент эше.
Асыҡ студия
Пенальти
Как получить 250 тысяч вместо земельного участка многодетным семьям в Башкирии