Шунда ғына мәңгелек ул урман

      Рәсүл Сәғитов:

Фото №1 - Шунда ғына мәңгелек ул урман

      – Урмандың ни тиклем ҙур хазина икәнлеген әйтеп тороу артыҡтыр, шулай ҙа өс яҡлап әһәмиәтен, әйҙәгеҙ, атайыҡ. Беренсенән, көн торошона, һыу менән һауа таҙалығына ҙур йоғонтоло, ауыл хужалығы ерҙәрен ҡурсалай, әҙәмгә йәшәү һәм ял итеү өсөн яйлы шарттар тыуҙыра, кейек-ҡошҡа бына тигән аулаҡ. Ошонда – уның мөхитте хасил ҡылдырыу йәки экология йәһәтенән көсө. Икенсенән, төҙөлөш өсөн һаман да етди сығанаҡ, уға был яҡлап ихтыяждың яҡын, хатта алыҫ киләсәктә лә бөтөрө ныҡ икеле. Йәғни бында беҙ уның иҡтисади һынын күрәбеҙ. Өсөнсөнән, урман – мәҙәни-тарихи урын да бит ул, унда ана күпме халыҡтарҙың булмышы ҡоролған – донъя көтөү, көнкүреште алып барыу күҙлегенән ифрат мөһим. Урманлы төбәктәрҙә йәшәгәндәр унһыҙ тормоштарын күҙ алдында бик ауыр баҫтыра.

      Бөгөн ошолар һәм башҡалар тураһында һөйләшергә йыйылдыҡ та. Һөйләшмәй ҙә булмай, сөнки Башҡортостанда, ағаслы төбәк булараҡ, был яҡлап мәсьәләләр, бик ҡырҡыу, етди мәсьәләләр ишле. Республика башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарған Радий Хәбировтың ошо көндәрҙә урманды таланыуҙан ҡотҡарыу, күпләп ҡырҡыусыларҙы яңы үҫентеләр ултыртырға мәжбүр итеү кәрәклеге, тәртип урынлаштырыласағы тураһында белдереүе лә булды һәм йәмғиәттә ышаныс менән ҡабул ҡылынды.

      Студияла Башҡортостан хөкүмәтенең урман хужалығы бүлеге мөдире Айбулат Ғәйнуллин менән республика урман хужалығы министры урынбаҫары Венер Вәхитовты сәләмләйбеҙ.

 

Халыҡты эш менән тәъмин итеү. Спикер - Республика мәшғүллек үҙәгенең бүлек етәксеһе Айгөл Сабирова.
Асыҡ студия
Бюджет үтәлеше. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ эштәре. Спикер-Тәтешле районы хакимиәте башлығы Фәнүр Шәйхисламов.
Асыҡ студия
МХО-ға ярҙам. Спикер - Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, хәрби хәрәкәт инвалидтары йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Әлфит Ниғмәтйәнов
Асыҡ студия
Уфимская волна
Пенальти