Рәсүл Сәғитов:
– Рәсәй Конституцияһы көнө бөгөн, теүәл егерме биш йыллығы. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ил – ғәҙәти тип әйтерлек эш тәртибендә. Хикмәт бына нимәлә. Ҡабул ителгәненән һуң ун йылдан ашыу ул рәсми байрам, ял булараҡ билдәләнә килде лә, 2004 йылдың декабрендә Дәүләт Думаһы, Хеҙмәт кодексына төҙәтмәләр индереп, әлеге тәжрибәне туҡтатты, ә байрам үҙе 2005-тең июленән иҫтәлекле датаға әүерелде. Әйткәндәй, граждандар йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтары буйынса Советтың кисәге ултырышында уны ял булараҡ тантана ҡылыуҙы тергеҙеү тәҡдиме яңғыраны. Ошолай дәүләт байрамы кимәленә күтәреү Төп законға иғтибарҙы көсәйтер, тип ышаныла. Диҡҡәт ни өсөн кәрәк? Үҙен заманса, уҡымышлы һанаған илдәшебеҙгә дәүләт ҡоролошон аңлау ҙа мөһим, ә инде унда төп хоҡуҡтар теркәлгәне тураһында әйтеп тороу артыҡ – нимә тейеште белмәйенсә талап итеүе лә ҡатмарлы. Шулай, әммә Рәсәй кешеләренең яртыһы тирәһе, баҡтиһәң, уны бер ваҡытта ла уҡымаған. Әллә ни ҡурҡыныс юҡмы? Тәү ҡарашҡа ошолай тойола ғына был, ысынында йәмғиәттә ғөмүмән хоҡуҡи дәүләт идеяһына зыян килеүе ихтимал.
Тапшырыуҙы артабан әңгәмә рәүешендә дауам итәбеҙ, студияла Башҡортостан Йәмәғәт палатаһының сәнәғәт, эшҡыуарлыҡ, агросәнәғәт комплексы, бюджет һәм һалым сәйәсәте, тәбиғәт ресурстары һәм экология буйынса комиссияһы рәйесе урынбаҫары Рәсих Хәмитовты ҡаршылайбыҙ.