Алға – таҙа һыуға, һауаға, сифатлы дауаға...

      Рәсүл Сәғитов:

Фото №1 - Алға – таҙа һыуға, һауаға, сифатлы дауаға...

      – Студия Башҡортостан башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарған Радий Хәбировтың, рәсми телдә Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға тиелһә лә, ысынында, үҙе әйткәнсә, тотош республика халҡына, бөгөнгө мөрәжәғәтнамәһе айҡанлы фекер алышыуға асыҡ. Төрлө ваҡыттарҙа тормошҡа ашһа ла, йыл да башҡарыла килгән ғәмәл был, етәксенең хоҡуғы ғына түгел, бурысы ла – Конституцияның 87 статьяһында аныҡ теркәлгән. Йәмғиәт өсөн бик кәрәкле сара, сөнки сәйәсәттәге, иҡтисадтағы, социаль һәм башҡа өлкәләрҙәге хәлгә анализ яһала, унан да бигерәк киләсәккә йүнәлештәр билдәләнә.

      Быйылғы мөрәжәғәтнамәнең ҡырҡа айырылыры көҙҙән үк асыҡ ине, былай раҫлауға нигеҙҙе республика етәксеһенең алмашыныуы бирҙе һәм шулай булды ла – сығыштың урыны ла, саҡырылғандарҙың хеҙмәти һәм социаль хәле лә, белдереүҙәр үҙҙәре лә һиҙелерлек бүтән булды.

      Сара шул иҫәптән беҙҙең радио аша ла трансляцияланды, ә әле килеп уға йомғаҡ яһамаҡсыбыҙ. Студия ҡунаҡтары – Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Рөстәм Ишмөхәмәтов һәм журналист Сибәғәт Рахманғолов.

 

Автомобилде ҡышҡылыҡҡа әҙерләү. Студия ҡунағы - автобелгес Хәлим Әйүпов.
Автомобилде ҡышҡылыҡҡа әҙерләү. Студия ҡунағы - автобелгес Хәлим Әйүпов.
Асыҡ студия
Янғындар. Һаҡланыу һәм иҫкәртеү.
Янғындар. Һаҡланыу һәм иҫкәртеү.
Асыҡ студия
Парламент эше.
Парламент эше.
Асыҡ студия
Волна
Пенальти