Ғүмер йәме – илеңә хеҙмәттә

      Рәсүл Сәғитов:

Фото №1 - Ғүмер йәме – илеңә хеҙмәттә

      – Камил граждандар йәмғиәте төҙөргә теләйбеҙ. Уның оҙон, ҡатмарлы рәсми билдәләмәһе бар, ә ябай әйткәндә – ғәҙеллекте, тигеҙлекте булдырыу өсөн һәр беребеҙҙең тырышлығылыр. Шул иҫәптән ошо маҡсатта ла федерация күләмендә лә, субъекттар кимәлендә лә Йәмәғәт палаталары, ә мунициаль берәмектәрҙә Йәмәғәт советтары ойошторолғаны һәм эшләгәне билдәле. Тағы ла ентеклерәк әйткәндә, бурыс бында – ябай кешенең аһ-зарын күреү һәм уның хәлен яҡшыртыу буйынса тәҡдимдәр индерә белеү. Йәғни һуҡраныусы менән йәмәғәтсе араһындағы айырма – бына ошо.

      Быларҙы шуға белдерәбеҙ – бөгөн Өфөлә Башҡортостан Йәмәғәт палатаһының киңәйтелгән ултырышы уҙҙы һәм бөгөнгө эфирҙың эстәлеген дә билдәләне. Ҙурҙан алғанда, өс мәсьәлә ҡаралды унда. Беренсенән, сүп-сар йыйыу буйынса бөтөнләй яңы системаға күсеү, бының ҙур шау-шыуға сәбәпсе булғаны мәғлүм, әҙ табышлы ғаиләләргә ярҙам талап ителә. Икенсенән, Йәмәғәт палатаһының быйылғы эшмәкәрлеге йомғаҡтары һәм 2019 йылға ниәттәр. Өсөнсөнән, республиканың башҡарма хакимлыҡ, йәнә лә бөгөн телгә алынған да инде урындағы үҙидара органдарындағы Йәмәғәт советтары эше.

      Ултырыш яңы ғына тамамланды һәм унан беҙ ҡунаҡ менән ҡайттыҡ – студияла Хәйбулла районы хакимиәте ҡарамағындағы Йәмәғәт советы рәйесе Рәил Ирназаровты сәләмләйбеҙ.

 

 

Автомобилде ҡышҡылыҡҡа әҙерләү. Студия ҡунағы - автобелгес Хәлим Әйүпов.
Автомобилде ҡышҡылыҡҡа әҙерләү. Студия ҡунағы - автобелгес Хәлим Әйүпов.
Асыҡ студия
Янғындар. Һаҡланыу һәм иҫкәртеү.
Янғындар. Һаҡланыу һәм иҫкәртеү.
Асыҡ студия
Парламент эше.
Парламент эше.
Асыҡ студия
Волна
Акции БСТ