Рәсүл Сәғитов:
– Күпселек өсөн тәүге эш көнөндә 2019 йылдың социаль-иҡтисади йөҙ-ҡиәфәте хаҡында һөйләшеү дөрөҫ булыр, тигән уйҙан яралды бөгөнгө тапшырыу. Әллә ни мөләйем түгеллеге байтаҡтан, кәмендә былтырғы йәйҙән үк, билдәле булып, декабргә тулы асыҡлыҡ килһә лә, дәүләт менән мөнәсәбәттәребеҙ 1 ғинуарҙан яңы һандар арҡылы башҡарылһа ла, оҙон ялдар уны бер ни тиклем тоноғайтып торғайны юғиһә – күңелдәрҙе байрам кәйефе ҡапланы-ҡурсаланы. Һүҙҙең пенсия йәшенең генә түгел, һалымдарҙың, тарифтарҙың да артҡаны тураһында барғаны аңлашылғандыр.
Әйткәндәй, хаҡтар ғына түгел, дәүләттән түләүҙәр ҙә өҫтәлә, миҫалға әле генә телгә алынған да инде пенсияны, эшһеҙлек буйынса, балалар ҡараған өсөн пособиеларҙы атарға була.
Артабан – Башҡорт дәүләт университетының социология кафедраһы доценты, фәлсәфә фәндәре кандидаты Гүзәл Әсәҙуллина менән әңгәмә.