Театр йылына - Халыҡ театрҙары менән

Рәсәйҙә 2019 йыл Театр йылы тип иғлан ителде. Театр темаһы бер быйыл ғына көн үҙәгенә сыҡмай, әлбиттә. Халыҡҡа матурлыҡ еткереү, ошо эште алып барыусыларға ярҙам – дәүләттең төп бурыстарының береһе. Сөнки, рус классигы әйтмешләй, "донъяны матурлыҡ ҡотҡарыр". Бөгөнгө тапшырыу профессиональ түгел, күңел ҡушыуы буйынса эшләгән коллективтарға арнала. Үҙешмәкәр йәки Халыҡ театрҙары улар. Театр – ул тормоштоң, йәмғиәттең көҙгөһө тибеҙ. Уңған хужабикәнең көҙгөһө бер ваҡытта ла тапланып, бысраҡ йәбешеп тормай, даими таҙартыла. Театрҙарыбыҙ ҙа бер маҡсатлы йылда ғына түгел, ә даими яңырып, таҙарынып, хужабикәһен, был осраҡта йәмғиәтебеҙҙең асылын нисек бар – шулай сағылдырып торһон. Беҙгә донъяны алһыу төҫкә мансып күрһәткән күҙлектәр түгел, ысынбарлыҡты сағылдырған көҙгөләр кәрәк.

ЭШ ТҮГЕЛ, ЭШСЕЛӘР КӘРӘК
ЭШ ТҮГЕЛ, ЭШСЕЛӘР КӘРӘК
Асыҡ студия
"Рәсәй - спорт державаһы"  халыҡ-ара форумы.
"Рәсәй - спорт державаһы" халыҡ-ара форумы.
Асыҡ студия
Артҡа ҡарап алға барыу
Артҡа ҡарап алға барыу
Асыҡ студия
Уфимская волна
БАШКОРТТАР-БСТ