Үҙе күпме, әллә – һүҙе генәме?

      Рәсүл Сәғитов:

 

      – Сүп үҙе күпме, әллә – һүҙе генәме? Һорауҙы ошолай ҡуймай ҙа булмай, сөнки быйылғы 1 ғинуарҙан уны ошоғасағынан ныҡ артыҡ түгә башламағанбыҙҙыр, моғайын – барыбер түләргә, тип махсус ҡына ҡыланылмаһа, әлбиттә, ә йәмғиәттә шау-шыу тынмай әле. Хәйер, бында яңы йыл табынының да өлөшө барҙыр, хатта 20 тип, процентлап та аталды, ләкин ғилләнең бында ғына түгеллеге асыҡ.

      Ҡый йыйыу һәм эшкәртеү мәсьәләһен яңыса хәл ҡылыу ниәте байтаҡтан, дүрт йыл самаһынан, белдерелә килһә лә, 2018 йыл тәғәйен ойошмалар, графиктар, хаҡтар, ҙурҙан алғанда, аныҡлыҡ, аңлау, тынысланыу менән оҙатылһа ла, байрам үтеүгә ел ҡупты, сүпте, образлы әйткәндә, социаль селтәрҙәрҙәге ошо ғауға ла таратты. Етмәһә урындағы үҙидара кимәлендәге асыҡ кәңәшмәләрҙең береһендә сүп-сар ислахының теләнгәнсә етеҙ генә ҡуҙғалып китә алмағаны белдерелеп, тулы биҙрәне уғата өймәләм яһаны, ҡыйҙы ситкә ҡойолдорҙо.

      Был турала тапшырыуҙарҙы беҙ һуңғы арала йыш эшләнек, киң мәғлүмәт сараһының аңлатыу йәһәтенән дә бурысын, минеңсә, етерлек башҡарҙыҡ, әммә бөгөн йәнә уртаға һалырға мәжбүрбеҙ, сөнки халыҡта һорауҙар бар, яуаптар талап ителә. Барлыҡтарына ғәжәпһеҙ ҡарау дөрөҫтөр – камил граждандар йәмғиәте төҙөргә ынтылабыҙ бит, ә уның төп рухы, ябай әйткәндә – тормошто ана шул күмәкләп көйләү ҙәһә.

      Һорауҙар шул иҫәптән яңы йыл ялдарында контейнерҙарҙы бушатыу графигы боҙолоуы айҡанлы ла ҡалҡты һәм сәбәп сифатында, һүҙ башында телгә алынғанса, тантаналы өҫтәлдәрҙең муллығы,  тимәк, ҡалдыҡтарҙың да шул самалығы белдерелде. Әммә бының менән аҡланыуҙы етди ҡабул итеп булмай, сөнки мәжлестәр көтөлмәгән хәл түгел ине. Контейнерҙарҙың етешмәгәне лә хәбәр ителде. Һорау сүп-сар өсөн түләү февралдә генә башланырға тейеш булып та, ҡағыҙҙың ҡайһы бер урындарҙа әле үк килеүе осраҡтары айҡанлы ла тыуҙы.

      Мәсьәләне бер нисә минуттан ошо студияла уҙыр һөйләшеүҙә ентекләп ҡарарбыҙ, ә әлегә бына ҡайһы һығымтаны яһап торайыҡ.

      Беренсенән, бында мөнәсәбәттәрҙе һәр тарафтан – халыҡ яғынан да, төбәк операторҙары яғынан да, урындағы үҙидара яғынан да үҙ-ара аңлашып ҡороу кәрәк. Йәғни яңы системаға күселде, үткәндәргә кире ҡайтыу теләнмәһен, кисә генә ил президентының сүп-сар буйынса берҙәм оператор булдырыу хаҡында фарманы донъя күрҙе. Хәҙер инде яңы тәртипкә, ҡатмарлыраҡ булһа ла, күнегергә һәм күнергә тырышырға кәрәк, был, бәлки, хәҙер башҡа урында ҡуйылған һауыттарға ла барып етергә, йөктән ҡайҙалыр юл ыңғайы ҡотолмаҫҡа кәрәклеккә лә ҡағыла.

      Ватандаштарыбыҙҙың бер өлөшө, бигерәк тә өлкән быуын, яңы тәртипкә ризаһыҙлығын белдергәндә бөтөнләй ҡыйһыҙ тигәндәй донъя көткәненә таяна, ысынлап та шулай булған миҫалдар ҙа бар, әммә сүп-сарҙы юҡ итеүҙең ошоғаса ҡулланылған ысулы – яндырыу йә күмеү барыбер ҙә заманса түгел, әлбиттә. Сөнки, беренсенән, ут сығыу ихтималы көслө, икенсенән, төтөнө-еҫе яман – әйтәйек, пластик һауыттарҙан бүленгәнде һис маҡтай алмайбыҙ. Кемдеңдер ҡый үртәп тотош ауылды тонсоҡторғанын кәмендә башҡаларға ихтирамһыҙлыҡ тип баһалап була бит.

      Ошо көндәрҙә ҡала һәм райондарҙа граждандар сходтары бара, уларҙа ҡатнашыу хаҡ – нимәгәлер исемһеҙ һуҡраныуға ҡарағанда талапты осрашыуҙа ҡуйыу күпкә емешлерәк. Бында Интернет ярҙамында башҡарылған төрлө ысулдарҙың да бөгөн ифрат үтемле икәне билдәле – ҡайҙалыр нимәлер урын-еренә еткерелеп башҡарылмай икән, хәбәр ҡылыуҙың ояты юҡ.

      Төбәк операторҙары менән килешеүҙәр нигеҙендә эшләгән эшҡыуарҙарҙың да өлкәнең бик һиҙелеүле икәнен гел иҫтә тотоуы,  табыш алыр өсөн ялланһа ла, ғәмәлдә күңелдәрендә изге урынға таҙалыҡты, мөхит гүзәллеген ҡуйыуы, бурыстарын намыҫлы, ваҡытында, бөхтә башҡарыуы шарт.

      Ә муниципалитеттарҙың яуаплылығы хаҡында өҫтәмә әйтеп тораһы ла юҡ.

      Мәсьәләнең республика кимәлендәге юғарылыҡта даими күҙәткелә тотолғаны мәғлүм, был проблемаларҙың хәл ителә барырына ышаныс бирә.

      Артабан тапшырыуҙың әңгәмә өлөшөнә күсәбеҙ – студияла Башҡортостан тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы ҡарамағындағы «Тәбиғәт» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етәксеһе урынбаҫары Рөстәм Ғәбитов менән бойондороҡһоҙ эксперт Филүс Яхинды сәләмләйбеҙ.

Халыҡты эш менән тәъмин итеү. Спикер - Республика мәшғүллек үҙәгенең бүлек етәксеһе Айгөл Сабирова.
Асыҡ студия
Бюджет үтәлеше. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ эштәре. Спикер-Тәтешле районы хакимиәте башлығы Фәнүр Шәйхисламов.
Асыҡ студия
МХО-ға ярҙам. Спикер - Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, хәрби хәрәкәт инвалидтары йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Әлфит Ниғмәтйәнов
Асыҡ студия
Уфимская волна
Акции БСТ