Тапшырыуҙа һүҙ тәбиғәтте һаҡлау, тәбиғәт паркы ойоштороу тураһында булыр. Яңы барлыҡҡа килгән “Еҙем” паркы хаҡында һөйләшәбеҙ. Ғафури районы биләмәләрендәге парк урындағы халыҡтың ғорурлығы булған йылға - Еҙем исемен йөрөтә. Әлегәсә документтар менән эштәр алып барылһа, быйылдан аныҡ эштәр - хеҙмәткәрҙәр йыйыу, паркты зоналарға бүлеү һәм башҡа бихисап эштәр тора.Рәсәй география ойошмаһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе башҡарма директоры Римма Ғәлиева һәм Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы ҡарамағындағы Айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре дирекцияһының бүлек етәксеһе Гөлшат Мөхәмәтдинова - ошолар тураһында.