Абитуриентты ҡыш әҙерлә

      Рәсүл Сәғитов:

 

      – Юғары белем мәсьәләһен ҡарарға асабыҙ бөгөн студияны. Башта уҡ бына нимәгә диҡҡәт ҡылайыҡ – ғөмүмән юғары уҡыу йортона инеү кәрәклегенә шик белдерелеп тә ҡуйыусан һәм ошо фекерҙе алға һөргән, тик матди хәллелекте генә маяҡ иткән, замандашыбыҙ тарафынан, үҙ кеҫәһе күҙҙә тотолоп аталған ярайһы ҙур һандар күңел ҡояшыңды болоттай ҡаплауы ла ихтимал. «Заманында ауылдан сығып киттем, колхозда эшләгем килмәне, – ти ул. – Нефть техникумында уҡып сыҡтым, артабан ынтылып торманым. Шунан бирле Себерҙәмен, – тип дауам итә. – Фатирҙар, машиналар – яҙмышҡа үпкә юҡ. Айына йөҙҙән артыҡ алам. Пенсиям бар – илленән сыҡҡайным. Бер бинамды ҡуртымға бирәм, унан ҡырҡ самаһы килеп тора. Миңә ҙур диплом кәрәкмәне лә, кәрәкмәй ҙә...», – тип һығымта яһай ул. Тормошта уңыу-уңмау ысынлап та белем кимәленә гел генә бәйле лә булмаусан, ғилем үҙе генә хеҙмәт баҫҡысы буйлап күтәрелеү нигеҙе түгел – бында юлды әҙәм балаһының шәхси сифаттары яра, ҡуйылған маҡсаттар әйҙәй. Шуның менән бергә белемһеҙ, күп йыллыҡ тәжрибәһеҙ  нисек инде һәйбәт табип булмаҡ кәрәк...     

      Гуманитарий дипломы менән эшкә урынлашыуы ауыр, техник белем менән ҡайҙа ла үтәһең, тип раҫлау ҙа бар, ләкин бының менән килешкәндәр барыбер ҙә әҙерәктер, сөнки аҡыллы, егәрле, хаталарын төҙәтә белгән, ғилемен даими күтәргән кеше һәр ерҙә ҡәҙерле.

      «Абитуриентты ҡыш әҙерлә» тип атаныҡ бөгөнгө тапшырыуҙы һәм бында ошо арала мәктәптәрҙә барған бик яуаплы эш – берҙәм дәүләт имтихандарын һайлауға ишараланһа ла, әйтелгәнде ғөмүмән ғилем эстәүгә ҡарата ла ҡулланып булалыр – ҡыш та, йыш та әҙерлән, гел абитуриент итеп той үҙеңде – ғүмерең буйы уҡы, өйрән, камиллаш.

      Бөгөнгө ҡунаҡтарыбыҙ – Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты деканы вазифаһын башҡарыусы, филология фәндәре докторы, профессор Гөлфирә Абдуллина һәм тәрбиәүи эштәр буйынса урынбаҫар, филология фәндәре кандидаты, доцент Гөлназ Вәлиева.

ЭШ ТҮГЕЛ, ЭШСЕЛӘР КӘРӘК
ЭШ ТҮГЕЛ, ЭШСЕЛӘР КӘРӘК
Асыҡ студия
"Рәсәй - спорт державаһы"  халыҡ-ара форумы.
"Рәсәй - спорт державаһы" халыҡ-ара форумы.
Асыҡ студия
Артҡа ҡарап алға барыу
Артҡа ҡарап алға барыу
Асыҡ студия
Уфимская волна
Акции БСТ