Сибай һауаһы: табылдымы дауаһы?

      Рәсүл Сәғитов:

 

      – Бер яҡлап – эйе, эҙләнә, табыла: хәл – республиканың иң юғары етәкселеге кимәлендә даими күҙәткелә, белгестәр тикшерә, үлсәй, һығымталар яһай, тәҡдимдәр индерә, ҡалала табиптар күпләп эшләй – берәүҙәр ҡайтыуға икенселәр бара, педиатрҙарҙың өй беренсә йөрөйәсәге хәбәр ителде, битлектәр таратыла, урындағы үҙидара, депутаттарға яуаплылыҡтың ни дәрәжәлә ҡаты икәнлеге бик ҡырҡыу белдерелде, ҡаҙылма байлығы заманында мул сығарылып, аҙаҡ ташланып ҡуйылған әлеге оло соҡор хужаларына дәғүә еткерелде.

      Икенсе яҡлап осраҡ беҙҙең тәбиғәткә, уның бушҡа төшкән хазиналарына, киләсәгебеҙгә мөнәсәбәтебеҙҙе ыңғайға үҙгәртерме – холҡобоҙҙо, булмышыбыҙҙы дауалармы? Шулай тигәндә, һәр нәмәләге кеүек, сама белмәклеккә, эш урынын исмаһам да ипле, хәүефһеҙ ҡалдырыу кәрәклегенә ишаралана, ә алдағынан да арыуыраҡҡа әйләндергәндә инде – дан һәм шөһрәт. Юғиһә донъялағы иң тәрән карьерҙарҙың береһе булыуҙың һайҙа ятҡан бәләһе, бына, яман иҫкәртте.

      Ни эшләргә? Иң мөһиме – сәбәләнмәй, ваҡытты ла, көстө лә янъялдарға сарыфламай, мәсьәләне киң дә, шул уҡ ваҡытта, тар мәғәнәлә, эҙмә-эҙлекле лә хәл ҡыла барыу, юғиһә балаларҙы Ҡырымға ебәреү мөмкинлеге билдәле булыу менән ана ниндәй тауыш ҡупты. Йәғни бында мәғлүмәт ресурстарын дөйөм бурысты мөмкинсә тиҙерәк, хәүефһеҙерәк хәл итеүгә йүнәлтеү хәжәт.

      Артабан тапшырыуҙың әңгәмә өлөшөнә күсәбеҙ – студияға Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәтте файҙаланыу буйынса комитет рәйесе урынбаҫары, "Йәшелдәр" фирҡәһе рәйесе урынбаҫары Руфина Шаһапованы, педиатр Таңһылыу Урманшинаны һәм журналист Рәшит Кәлимуллинды саҡырҙыҡ.

Автомобилде ҡышҡылыҡҡа әҙерләү. Студия ҡунағы - автобелгес Хәлим Әйүпов.
Автомобилде ҡышҡылыҡҡа әҙерләү. Студия ҡунағы - автобелгес Хәлим Әйүпов.
Асыҡ студия
Янғындар. Һаҡланыу һәм иҫкәртеү.
Янғындар. Һаҡланыу һәм иҫкәртеү.
Асыҡ студия
Парламент эше.
Парламент эше.
Асыҡ студия
Волна
Как получить 250 тысяч вместо земельного участка многодетным семьям в Башкирии