Закон боҙоусыларға йоҙроҡ тос буласаҡ.

Федераль Суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе, Башҡортостандың баш суд приставы Илнур Әнүәр улы Мәхмутов менән Гүзәл Ситдиҡова әңгәмә ҡора. 

 

 

ИМ. Бөгөн кредит, коммуналь түләүҙәр буйынса бурыстар күп. Суд приказы тигән төшөнсә бар. Уны күреп ҡаушап ҡалырға ярамай. Микрофинанс ойошмалары һандарын арттырып яҙа, ялған документтар менән эш итә ала, суд аша яңынан иҫбатларға кәрәк, кәмерәк түләр өсөн. 99 процент түләүселәр араһында тәртип бар, ваҡытында түләйҙәр, мөлкәттәренә арест һалынмай. Субсидиялар ярҙамында жкх бурыстарын түләргә була. Ғаиләлә аҡса етешмәй икән, субсидия алып бурысты ябырға мөмкин.

 

Тыңлаусы: Әйберҙәрҙе урлаған кешеләр зыянды ҡапларға ашыҡмай, суд приставтары мөлкәте юҡ,-ти.

 

ИМ. Төрмәлә ултырыусыларҙан зыянды ҡайтартыу еңел түгел.

 

Тыңлаусы. 15-се йылдан суд ҡарары үтәлмәй. Суд приставтары ҡасан ҡыбырҙап барғансы, ойошма исемен үҙгәртте лә ҡуйҙы, хәҙер өсөнсөгә киттек түңәрәк буйынса.

 

ИМ. Ликвидация, банкротлыҡ булған ойошмаларҙан, йә физик шәхестәрҙән-мөлкәте юҡ икән, бурысты ҡайтарыуы ауыр.  Һәр башҡарыу эшенә суд приставына 20 минут ваҡыт бирелә. Йәғни өлгәшеү реаль мөмкин түгел.  

 

Тыңлаусы:  7 йыл поручитель булып күршемә кредитын түләнем. Машинаға, ер участкаһына, 7 гектар пай еренә арест һалынды. Инвалид тәрбиәләйем. Заемщик әле пенсия ала, эш урыны ла бар. Машинаһыҙ нисек баланы дауаханаларға йөрөтөргә?

 

ИМ. Арест дөрөҫ һалынған. Бурысты суд аша бүлеп түләргә лә була. Һәм бурыслыны судҡа биреп, түләгән аҡсаларығыҙҙы тартып алдырға мөмкинлек бар.

 

Тыңлаусы: Ирем алимент түләй. Әммә ҡатындың балаһы үлгән, барыбер түләтәләр.

 

ИМ. Тикшерергә кәрәк, алимент нәҫелдән күсмәй.

 

ГС. 2019-ҙа ла Мәхмүтов йоҙроҡтары тос һәм ҡаты буласаҡмы?

 

ИМ. Йомшаҡ ҡул һәм асыҡ йөрәк менән халыҡҡа табан боролғанбыҙ. Әммә закон боҙоусыларға йоҙроҡ тос!

Халыҡты эш менән тәъмин итеү. Спикер - Республика мәшғүллек үҙәгенең бүлек етәксеһе Айгөл Сабирова.
Асыҡ студия
Бюджет үтәлеше. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ эштәре. Спикер-Тәтешле районы хакимиәте башлығы Фәнүр Шәйхисламов.
Асыҡ студия
МХО-ға ярҙам. Спикер - Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, хәрби хәрәкәт инвалидтары йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Әлфит Ниғмәтйәнов
Асыҡ студия
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ