Башҡортостанда тәүге тапҡыр ҡышҡы педагогик конференция үтте. Мәғариф хеҙмәткәрҙәренең Республика кәңәшмәһе электән һәм бер беҙҙә генә түгел, барлыҡ ил буйынса яңы уҡыу йылы алдынан, августа үтә. Башҡортостанда иһә август менән сикләнмәй, ҡыш уртаһында йәнә лә мәғариф форумы ойошторолдо. "Асыҡ студия"ла Мәғариф министрлығының бүлек етәксеһе Розалия Сафиуллина һәм Рәми Ғарипов исемендәге республика интернат-гимназияһы директоры Ләйсән Фазлетдинова менән ошо турала һөйләшәбеҙ.