Бөгөнгө хәлең ғүмерлек хәлеңде аңлатмай

 

 

      Рәсүл Сәғитов:  

      – Финанс грамотаһы нимә ул? Оҙон, ҡатмарлы рәсми билдәләмәһе бар, ҡыҫҡартып әйткәндә – кешенең ошо яҡлап белеме, тәжрибәһе, өйрәнмеше. Йомғаҡты тағы ла тағата төшкәндә – төп финанс төшөнсәләрен аңлау, шәхси табышың менән бәрәкәтле идара ҡылыу, юғиһә ауыр табылғандың еңел юҡ булыуы төптө хаҡ түгел. Былай тигәндә бәғзе замандашыбыҙҙың һәйбәт эш хаҡы алып та, матди йәһәттән лайыҡлы донъя көтә алмағаны ла күҙҙә тотола. Ә ғилемең һайлығын башҡаларҙың тәрән файҙаланғаны инде – бөтөнләй харап нәмә.

      Шәхси аҡсабыҙ менән ни ҡылырға беҙ мәктәптә өйрәтелмәнек, үткән быуатта был хатта ҡырынлыҡ һаналды, ғөмүмән аҡсаһыҙ, һәр кем теләгәнен – ихтыяжына ҡарап аласаҡ йәмғиәткә йөҙ тотолдо. Университетта ла уҡытылманы. Үкенеслеме? Моғайын. Сөнки аҡса мәсьәләһе менән көнөнә нисәмә мәртәбә осрашыла, ә уның асылын аңлау, ҡайһылайтып финанс яҡлап бойондороҡһоҙ шәхескә әйләнеүҙе төшөнөү бик әҙ.

      Нисек булырға тейеш һуң? Яуаптар бик күп, дөйөмләштереп былай раҫларға мөмкиндер. Беренсенән, финанс йәһәтенән белемленең сығымдары килеменән артыҡ булмай. Икенсенән, әҙ генә  булһа ла күберәк алынған айлыҡ табыш нимәгәлер, фәнни телдә әйткәндә, инвестициялана.

      Ҡабатлап белдерәйек: һәйбәт түләнелгән өлкәләр вәкилдәре – программасылар, спортсылар, сәнғәт әһелдәренең дә осто осҡа саҡ ялғаған осраҡтары йыш. Фәҡирҙең ҡапыл миллионерға әүерелгәне һәм киреһенсә кинәт өҫтән ябырылған миллиондарҙың усҡа төшкән ҡар бөртөгөләй ирегәне лә юҡ түгел.

      Һығымта шул: бөгөнгө хәлең ғүмерлек хәлеңде аңлатмай, уны яҡшыртыр өсөн әлеге финанс грамотаһы кәрәк. Бөтә нәмәне лә аҡса менән һанай алмайбыҙ, эйе, был айырыуса беҙҙең илдә шулай, сөнки күберәк күңел менән эш итәбеҙ, әхлаҡты алға ҡуябыҙ, намыҫ та өҫтә генә ята – аҫҡа шылмаһын да, бурыс – уларға зыян килтермәй генә табыш туплау, сөнки аҡыллы булып тыуып та ярлы көн күреү ҙә әхлаҡһыҙлыҡ, намыҫһыҙлыҡ тип баһаларлыҡ. Ҡаты әйтелде, ләкин шулай.

      Бөгөн йәмғиәттә быны кешегә бала сағынан һеңдереү ниәте бар, махсус федераль проект ҡабул ителгән, Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институтында былтыр Төбәк методик үҙәге асылды. Институт ректоры, психология фәндәре докторы Гөлназ Шафиҡованы студияға ошо турала һөйләр өсөн саҡырҙыҡ та.

ЭШ ТҮГЕЛ, ЭШСЕЛӘР КӘРӘК
ЭШ ТҮГЕЛ, ЭШСЕЛӘР КӘРӘК
Асыҡ студия
"Рәсәй - спорт державаһы"  халыҡ-ара форумы.
"Рәсәй - спорт державаһы" халыҡ-ара форумы.
Асыҡ студия
Артҡа ҡарап алға барыу
Артҡа ҡарап алға барыу
Асыҡ студия
Волна
Пенальти