Мөхит һәр кемгә уңайлы булрға тейеш

Яҡты донъяға килгән һәр кем лайыҡлы шарттарҙа йәшәргә, үҫергә, шәхес булараҡ формалашырға хоҡуҡлы. Конституцияға ла шулай яҙылған. Ҡыҙғанысҡа, ҡайһы бер осраҡта шундай талап-хоҡуҡтар үтәлмәй ҡала. Йәмғиәттең битарафлығымы, конституция үтәлеше өсөн яуап биреүселәрҙең эшләп еткермәүеме... Сер түгел, физик яҡтан камил булмағандарға һәр төрлө кәртәләр тыуа тора. Тура мәғәнәһендәге кәртәләр ҙә бар. Юғары ҡатҡа күтәрелеү өсөн лифт булмауы, биналарға ингән урындарҙа пандустар ҡуйылмауы - меңдәрҙән бер кәртә генә... Мәсьәләне хәл итеү өсөн федераль кимәлдә лә, төбәктәрҙә лә “Уңайлы мөхит” программалары ҡабул ителде. Нисек эшләй был документ, ыңғай үҙгәрештәр бармы, әллә отчет өсөнмө? Яуабы - "Асыҡ студия"ла.

Фәне барҙың хәле бар
Фәне барҙың хәле бар
Асыҡ студия
Йыйырбыҙ!
Йыйырбыҙ!
Асыҡ студия
Фән илдең технологик суверенитетын тәьмин итә
Фән илдең технологик суверенитетын тәьмин итә
Асыҡ студия
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ