Заманға зарланма, заңды барла

      Рәсүл Сәғитов:

 

     — Ҡалын әҙәби журналдарға бөгөнгө йоҡа заманда нишләргә? Үткәндәре уларҙың бай, бөгөнгөһө бар, ә киләсәге һуң? Тап боронғоса — ҡағыҙҙа баҫыу шартһыҙ мөһимме? Был тик әҙәби баҫмаларға ғына ла ҡағылмай, әйткәндәй.

      Һуңғы һорау эсендә яуап та ята, сөнки ҡағыҙ ҡыйбатлығына, типография, таратыу хаҡтарына йомшаҡ ҡаршы тороуҙың ошо ысулы белгес булмаған кешегә лә һәйбәт билдәле һәм илдә, ә донъяла байтаҡтан әлеге юлға төшөү осраҡтары ла күп. Ысынлап та ла: уңайлы, осһоҙ, заманса. Иҫкегә йәбешеүҙең хаҡ булмағаны ла асыҡ: иң мөһиме — мәғлүмәт үҙе бит, нимәгә һалып еткерһәң дә еткер, һауытың тулы булһын ғына, эсендәгеһе сайпылмаһын.

      Улай икән, тағы һорау ҡуяйыҡ: ә яуаплылыҡ, һәр хәреф кенә түгел, тыныш билдәһе өсөн дә бөгөн бигерәк тә дәүләт баҫмаларында булған, дөрөҫөн әйтәйек, оло яуаплылыҡ ҡалырмы былай, юғиһә аҡҡа төшкәндең балта менән дә тумырылмағаны хәҡиҡәт булып тора һәм ниндәйҙер ҡыйышлыҡҡа дәғүәнең йылдар төпкөлөнән дә ҡалҡытылыуы ихтимал. Ошо уҡты электрон рәүеш тә талап итә, әлбиттә — айырма булмаҫҡа тейеш, шулай ҙа Интернетта дөйөм алғанда бер баҫылғанды аҙаҡ төҙәтеү мөмкинлеге ниндәйҙер дәрәжәлә күләгә лә төшөрә әлегә. Хәйер, төҙәтелмәҫлек итеп эшләү ысулдары ла, эйе, бар һәм киләсәктә виртуаль киңлек тә ҡағыҙ өҫтө һымаҡ ҡабул ҡылына башларҙыр. 

      Быларҙы беҙ хәҙер башланыр әңгәмәгә инеш булараҡ әйттек. Ә әңгәмәсебеҙ — «Ағиҙел» һәм «Һәнәк» журналдарының баш мөхәррире Рәлиф Кинйәбаев.

Фәне барҙың хәле бар
Фәне барҙың хәле бар
Асыҡ студия
Йыйырбыҙ!
Йыйырбыҙ!
Асыҡ студия
Фән илдең технологик суверенитетын тәьмин итә
Фән илдең технологик суверенитетын тәьмин итә
Асыҡ студия
Волна
Уфимская волна