Урамдан инеп һуғышыусылар юҡ.

Күптән түгел Өфөлә үткән ҡатнаш алыш буйынса ярышҡа һәм республикалағы ММА үҫешенә хәрби самбо һәм панкратион буйынса бер нисә тапҡыр донъя чемпионы Венер Ғәлиев үҙ ҡарашын белдерҙе:

Тура фекер, ҡыйыу сығыш, ҡатнаш алыш һәм стандарт спорт төрҙәре тураһында- беҙҙең әңгәмәлә.

"Алға китеш бар. Федерацияның эше күренә. Һәүәҫкәрҙәр кимәлендә. Һөнәри ММА-бөтөнләй икенсе өлкә. Бағыусыларҙы йәлеп итергә, һөнәрмән спортсыларҙы үҫтерергә кәрәк".

 

Йәғни яңы зал асылды, тик унда кемдәр эшләр? Һөнәрмәнлек нимәнән башлана? Республика спортсылар әҙерләү үҙәгенең пресс-аташеһы, спорт белгесе Усман Ямгуров менән ошолар хаҡында һөйләштек.

 

-ММА бөгөн рәсми спорт төрө, йәғни, ярыштарға Спорт министрлығы тарафынан аҡса бүленергә тейеш? Әммә ул ил эсендәге беренселектәр һәм чемпионаттар өсөн генә? Ҡалғаны үҙ финанслауында?

 

УЯ. Бер хоккейсының эш хаҡы кимәлендә 18 спорт төрөнә аҡса бүленә. Әлбиттә, көслө спортсылар ситкә китә. Яңы конькиға баҫҡан бер хоккейсыға, футболсыға миллион түләйҙәр, ә ғүмер буйы боҙҙа йөрөгәнгә-тиндәр. Шул дөрөҫмө?

 

УЯ. Бөгөн балалар спортсының ниндәй машинала килеп туҡтауына ауыҙын асып ҡарай: Мерстамы, Ладаламы? Шуға ҡарап ул йә абруйлы, йә юҡ.

 

-Йәғни спорт, тәү сиратта, аҡса эшләү юлы, бизнес булырға тейеш?

 

УЯ. Һәм амбициялар. Бала тәүҙә спортҡа үҙен күрһәтергә килә, унан ысын спорт мәғәнәһен анлай башлай. -Үҙ аллы эшләгән ваҡ клубтар спортҡа өлөш индерәме, өлөштән ҡалдырамы?

 

УЯ.Ҡатнаш алыш спортына балалар психологик яҡтан әҙер түгел. Уларҙың һуғышты тормош тип аңлауы ла бар. Травмалар менән дә бәйле. Грек-рим, самбо һәм дзюдо-улар һәр ваҡытта тәртиптә тота. Министрлыҡ яғынан, дәүләттән ҡаты контроль күҙәтеү булырға тейеш. Йыш ҡына улар таҙа спорт та түгел. Хатта олимпия төрҙәрендә лә әле ығы-зығы күп. Тренерҙар булырмы? Бөгөн ауыл мәктәптәрендә ябай физкультура уҡытыусыһы ла юҡ.

 

-ММА ла бөгөн шоу түгел, ысын юғары спортҡа әүерелә.

 

УЯ. Урамдан инеп һуғышыусылар бөгөн юҡ. Элеккесә берәүҙе тотоп алып, һин ҙур, көслө, бар ҡанға батып һуғыш,- тип рингҡа ырғытыусылар юҡ. Әммә йәнә әйтәм: спортҡа күскән аҡсалар дөрөҫ бүленмәйенсә, ә улар кемдеңдер кеҫәһендә тороп ҡала, спорттың ниндәй генә төрө булмаһын, алға китеш булмаясаҡ. Ә Венерҙы республикаға ҡайтарғанда, ул, спорттан киткән хәлдә лә, артынан үҙе кеүек унауҙы тәрбиәләп ҡалдырыр ине".

 

Халыҡты эш менән тәъмин итеү. Спикер - Республика мәшғүллек үҙәгенең бүлек етәксеһе Айгөл Сабирова.
Асыҡ студия
Бюджет үтәлеше. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ эштәре. Спикер-Тәтешле районы хакимиәте башлығы Фәнүр Шәйхисламов.
Асыҡ студия
МХО-ға ярҙам. Спикер - Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, хәрби хәрәкәт инвалидтары йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Әлфит Ниғмәтйәнов
Асыҡ студия
уфавсердце
Рули трезво: как в Башкирии борются с пьяными водителями