Афған, Афған...

"Асыҡ студия"ла Башҡортостан хәрби хәрәкәттәр ойошмаһы рәйесе Тимерйән Рәжәпов, Башҡортостан Росгвардия ветерандар союзы етәксеһе Флүр Ғарипов менән Афғанстандан Совет ғәскәрҙәрен сығарыуға 30 йыл тулыуға арналған әңгәмәне Гүзәл Ситдиҡова ҡора. 

 

 

 

Тимерйән Рәжәпов: Әсәйем нимәлер һиҙенә ине. Сөнки боевойға-яуға сығып киһәк, 3-4 ай хат яҙып булмай. Үҙебеҙҙе ышандырып хат яҙған булабыҙ, улары китмәй. Бер бәләкәй табала картуф ҡыҙҙырабыҙ ҙа, 15 кеше ултырып ашайбыҙ. Дуҫлыҡ булғас, тамаҡ туя, янына бер телем икмәк тотабыҙ. Һуғышҡа сыҡҡанда, берәр аҙна ашһыҙ, һыуһыҙ йөрөй инек. Был хаҡта һөйләргә яраманы. Бөгөн нимә? Бөгөн ер бирмәйҙәр, фатир бирмәйҙәр. Ул фатирҙы һораған да юҡ инде. Йомош менән барһаң, муниципалитеттарҙағы йәш кенә балалар, "Кем ул һин, ниндәй Афған", тип бороп сығарып ебәрәләр. Башҡаса барып та тормайбыҙ. Ғүмер буйы ятаҡта йәшәгән егеттәр бар. Сират ғүмерҙә лә етмәйәсәк, льготалар юҡ. Беҙҙе, дөйөм, бер көн генә иҫләйҙәр ҙә, шуның менән эш бөтә. 15 февралде ҡыҙыл дата итеп билдәләгән хәлдә? Ҡосаҡлап яратырҙар, һәр беребеҙгә йорт бүләк итерҙәр, эйе бит?! Әммә беҙ зарланмайбыҙ, Афғанда булғандар берҙәм, ғорур, татыу һәм белә: беҙ юҡҡа хеҙмәт итмәнек..Афған эҙе бер ҡасан да юйылмаясаҡ, тарихы юғалмаясаҡ.

 

ЭШ ТҮГЕЛ, ЭШСЕЛӘР КӘРӘК
ЭШ ТҮГЕЛ, ЭШСЕЛӘР КӘРӘК
Асыҡ студия
"Рәсәй - спорт державаһы"  халыҡ-ара форумы.
"Рәсәй - спорт державаһы" халыҡ-ара форумы.
Асыҡ студия
Артҡа ҡарап алға барыу
Артҡа ҡарап алға барыу
Асыҡ студия
Волна
Рули трезво: как в Башкирии борются с пьяными водителями