Инвесторҙы ҡайҙан эҙләргә?

Инвестицияны иҡтисади үҫеш нигеҙе тибеҙ. Рәсәй кимәлендә, халыҡ-ара аренала Давос, Гайдар, Санкт-Петербург, Сочи форумдары үтеп тора. Төрлө дәүләттәрҙән иҡтисад белгестәре, эре бизнес вәкилдәре осраша, фекер алыша, ошонда уҡ төрлө килешеүҙәр ҙә төҙөлә. Йәғни,инвестфорумдар ошо йәһәттән әһәмиәтле. Ошо көндәрҙә Сочи инвестиция форумы үтте. Унда беҙҙең республика делегацияһы ла ҡатнашты. Нисегерәк үтте ул беҙҙең республика өсөн? Ситтән инвесторҙы нисек алып килергә, үҙебеҙекеләргә ышаныс бармы? Ошолар тураһында фекер алышабыҙ. Республиканың стратегик тикшеренеүҙәр институты директоры, иҡтисад фәндәре докторы Азат Йәнгиров, институттың матбуғат хеҙмәте етәксеһе Ғәзиз Йосопов, политехнолог, йәмәғәт эшмәкәре Рәис Тайбугин менән - ошолар тураһында.

Фото №1 - Инвесторҙы ҡайҙан эҙләргә?
Махсус хәрби операция ветерандарына ярҙам саралары. 2-се өлөш.
Асыҡ студия
Махсус хәрби операция ветерандарына ярҙам саралары. 1-се өлөш.
Асыҡ студия
Ветеринария. Ҡош киҙеүе. Прививкалар. 2-се өлөш.
Асыҡ студия
Телеканал БСТ приглашает желающих на обучающие курсы
Рули трезво: как в Башкирии борются с пьяными водителями