Фәҡирлектә үтмәһен тереклек

      Рәсүл Сәғитов:

      Башта президент белдереүҙәренең иғтибарға, беҙҙең ҡарамаҡҡа, айырыуса лайыҡтарын ҡарап үтәйек, унан һуң сәйәсәт белгесе, социология фәндәре кандидаты Илгиз Солтанморатов һәм хәбәрсе Зәйтүнә Ниғмәтйәнова ҡатнашлығында фекер алышыу башланыр.  

      — Студия һис шикһеҙ ҙур ижтимағи-сәйәси сара — президент Путиндың  Федераль Йыйылышҡа быйылғы, бөгөнгө   мөрәжәғәтнамәһе буйынса фекер алышыу өсөн асыҡ.

      Мөрәжәғәтнамәләрҙең совет осоронда булмағанын беләбеҙ, Рәсәй тарихында был быйыл егерме бишенсе, тап Путин тарафынан ун бишенсе  тапҡыр башҡарылды. Ижтимағи-сәйәси тормошҡа ул тиҙ, еңел инеп китте, һәм был президенттың хоҡуғы ғына түгел, бурысы ла — Конституция ҡуша. Йәнә бер үҙенсәлек — мөрәжәғәтнамәләрҙе тыңларға Федераль Йыйылыштың ике палатаһы бергә саҡырыла.

      Документ рәсми рәүештә Федераль Йыйылышҡа тип төбәлһә лә, ысынында тотош халыҡҡа тиергә мөмкин һәм кәрәктер, сөнки, йылдағыса уҡ, телевидение, радио аша тура трансляцияланды, Интернет-сайттарҙа төп белдереүҙәр хәбәр ителә барҙы.

      Ҙур сәйәси сараларҙы Путин кесе йомаларҙа уҙғара, был   тапшырыуҙың байтаҡ йылдар алдағы архивына күҙ һалғанда ла асыҡ  күренә, ә тап быйыл шаршамбыға ҡуйылды. Хәйер, мөрәжәғәтнамә иғлан ҡылынған 2012 йылдың 12 декабре лә шаршамбы ине, уның Рәсәй Конституцияһы көнө икәнен беләбеҙ.

      19 йыл элек Владимир Путин үҙенең тәүге һәм иң ҡыҫҡа мөрәжәғәтнамәһен еткергән, һанап сығарылған — ни бары 5146 һүҙ. Ә былтырғыһы, 1 мартта үткәне,  иң оҙоно булды — ике сәғәткә 5 минут ҡына тулманы, 11428 һүҙлек ине. Уның ғәҙәти тормошҡа ашмағанын да асыҡ хәтерләйбеҙ: президент текст уҡыу менән генә сикләнмәне, графиканы, видеоны ҡулланды.

      Сара көтөлдө, сөнки Рәсәйҙең артабан нисек йәшәргә тейешлеге — ҙур мәсьәлә, йәмғиәт дәүләт хакимлығынан ниндәйҙер тәҡдимдәр, план, ниәттәр, юлдар, ысулдар ишетергә теләне. Донъялағы һәм илдәге иҡтисади, өлөшләтә — сәйәси ҙә, көрсөккә яуап талап ителә ине. Илдәге иҡтисади хәл дә бит халыҡты борсоуға һала, был шарттарҙа уға дәүләттән нимә көтөргә?  

Рух ныҡлығы өҫтәне
Рух ныҡлығы өҫтәне
Асыҡ студия
Геройҙар исемен мәңгеләштереү
Геройҙар исемен мәңгеләштереү
Асыҡ студия
Сәсереңдән алда һатырыңды уйла
Сәсереңдән алда һатырыңды уйла
Асыҡ студия
Республика Башкортостан. Международная выставка-форум «Россия»
Рули трезво: как в Башкирии борются с пьяными водителями