Башҡортостан - мөмкинлектәр иле

Йәштәр – беҙҙең киләсәгебеҙ. Киләсәкте ышандырып тапшырырлыҡ йәштәр бармы бөгөнгө йәмғиәттә? Ошо һорауға ныҡлы һәм тулы яуап алдыҡ. Өфөлә “Башҡортостан – мөмкинлектәр биләмәһе” исеме аҫтында күләмле форум үтте. Унда бер меңдән ашыу йәш кеше - уҡыусылар, студенттар, йәш ғалимдар, спортсылар, эшҡыуарҙар, уйлап табыусылар, сәйәсмәндәр, әүҙем йәмәғәтселәр ҡатнашты. Бөгөнгө ҡунаҡтарым да ошо залда булыусылар. Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы белгесе Розалия Мортаева, министрлыҡ ҡарамағындағы Йәштәр сәйәсәте лигаһы етәксеһе Азат Килсенбаев, лиганың ижади проекттар хеҙмәте етәксеһе Илнур Юлдыбаев, ошо уҡ хеҙмәттән Миңһылыу Кирәева менән әңгәмәләшәбеҙ.

Автомобилде ҡышҡылыҡҡа әҙерләү. Студия ҡунағы - автобелгес Хәлим Әйүпов.
Автомобилде ҡышҡылыҡҡа әҙерләү. Студия ҡунағы - автобелгес Хәлим Әйүпов.
Асыҡ студия
Янғындар. Һаҡланыу һәм иҫкәртеү.
Янғындар. Һаҡланыу һәм иҫкәртеү.
Асыҡ студия
Парламент эше.
Парламент эше.
Асыҡ студия
Волна
Акции БСТ