Һәр кем үҙ урынында һалдат

      Рәсүл Сәғитов:

 

      — Ватанды һаҡлау — нимә ул? Хәрби хеҙмәтте төп һөнәрең итеүме? Эйе. Конституцияла яҙылған изге бурысыңды ваҡыт еткәс лайыҡлы үтәп ҡайтыумы? Эйе. Юғары уҡыу йортоноң хәрби кафедраһында уҡып, запастағы офицер булыумы? Был һорауға ла яуап — эйе. «Эйе»ләр артабан да сафтағылай теҙелеп китергә мөмкин, хатта — тәү ҡарашҡа хәрбилеккә бөтөнләй тура килмәгән төшөнсәләр ҙә баҫып тора унда. Мәҫәлән, туған телеңде онотмауың, ауылыңды ташламауың, белемеңде камиллаштырыуың, яман ғәҙәттәрҙән азатлығың, тәбиғәтте тәләфләмәүең... Сөнки ошолар һәм күп башҡалар бергә йыйылып, йәмғиәттең нигеҙен нығыта, офоҡтарҙы киңәйтә, күңелдәрҙе бөтәйтә. Хәлле йәшәүгә ынтылыу ҙа, ситтән, бәлки, бармаҡтарыңдың эскә кәкерелеге, юрғанды үҙеңә тартыу тип баһаланһа ла, икенсе яҡлап, ғәҙел йәшәһәң, эскерһеҙ ғүмер кисерһәң, мохтаждарға талап-үтенесһеҙ ҙә ярҙам ҡулы һуҙһаң, кәрәктә һис бер шартһыҙ яуырыныңды терәһәң, был да — билде генә түгел, илде лә нығытыуҙыр.

      Заман менән бергә төшөнсәләрҙең йөкмәткеһе лә үҙгәреүсән, быға миҫал итеп өлөшләтә иртәгәге көндө лә атарға мөмкиндер — ирҙәр байрамына әйләнеп бара. Тәбиғи ҙә башҡарыла ул,  сәбәбе — бәлки, 8 мартҡа яҡынлыҡтыр: ҡотлауға — ҡотлау, бүләккә — бүләк, теләккә — теләк. Ғәскәрҙәрҙә байтаҡ гүзәл заттың да хеҙмәт иткәне мәғлүм, уларҙы һуң ҡайҙа ҡуяйыҡ? Шуға күрә төп мәғәнә барыбер ҙә ҡалырға тейеш һымаҡ. Шул иҫәптән ошо һорауҙы ла, әйҙәгеҙ, студия ҡунаҡтарына бирәйек. Улар — филология фәндәре докторы, БДУ профессоры Фәнил Күҙбәков һәм журналист, тарихсы, Башҡортостан Милли архивының бүлек етәксеһе Азат Ярмуллин.

Халыҡты эш менән тәъмин итеү. Спикер - Республика мәшғүллек үҙәгенең бүлек етәксеһе Айгөл Сабирова.
Асыҡ студия
Бюджет үтәлеше. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ эштәре. Спикер-Тәтешле районы хакимиәте башлығы Фәнүр Шәйхисламов.
Асыҡ студия
МХО-ға ярҙам. Спикер - Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, хәрби хәрәкәт инвалидтары йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Әлфит Ниғмәтйәнов
Асыҡ студия
уфавсердце
Уфимская волна