Үткән үпкәләмәһен

      Рәсүл Сәғитов:

 

      — Республика булып рәсми ойошоуынан үткән йөҙ йыллыҡ тарихыңдағы үҙгәрә барған, әммә йөҙө ғорур һаҡланған Башҡортостандың ошо данлы юбилейына арнап нәүбәттәге мәртәбә асабыҙ студияны. Бығаса тарихсыларҙы саҡыра килдек башлыса, иң мөһим, ҡырҡыу, боролошло-ҡоролошло хәл-ваҡиғаларҙы иҫкә төшөрҙөк. Бөгөнгө, идеология йәһәтенән күпкә азат, көн күҙлегенән ҡараныҡ уларҙы, ғәҙеллеккә шулай мөмкинсә яҡынланыҡ, ә хәҙер икенсерәк юҫыҡта бағайыҡ.  

      Тарихты ғилми хеҙмәттәрҙә, дәреслектәрҙә, публицистикала һүрәтләүҙән тыш нәфис әҙәбиәттә тасуирлау ҙа бар, һәм ошоно бик юғары баһалағанымды әйтмәй булдыра алмайым, сөнки ваҡиғаларҙы өйрәнеү генә әҙ бында, дөрөҫлөктө асып һалыу ғына етмәй, әҫәр буйһонорға тейешле әҙәбиәт ҡанундары ҡатылыҡ күрһәтә — әҙәбиәттең үҙ күҙе лә үҙ һүҙе. Йәнә лә күп хәлдәрҙе монографияларҙан бигерәк тап романдар, кинофильмдар арҡаһында белә лә бит, дөйөм алғанда, йәмғиәт. Улар хеҙмәттәргә таянып ижад ителә, әлбиттә, әммә бында ҡаршы киленмәй, уртаҡ маҡсатҡа — уҙғанды онотмауға, анализлауға, һығымта яһауға бүтән ысулдар менән барыла ғына.

      Бөгөн яҙыусы, Салауат Юлаев премияһы лауреаты Ғәлим Хисамов менән һөйләшәйек. Тап уның менән, сөнки ошо арала ғына республиканың бер быуатлыҡ юбилейына арналған әҫәрен китап булараҡ күрҙе замандашыбыҙ. 2017 йылда әле «Ағиҙел» журналында тәүге өлөшө баҫылғайны. Икенсенән, быйылғы февраль номерында, бына беҙҙең алда ята ла ул, «Шаҡай бураны — 2» сыҡты.

Автомобилде ҡышҡылыҡҡа әҙерләү. Студия ҡунағы - автобелгес Хәлим Әйүпов.
Автомобилде ҡышҡылыҡҡа әҙерләү. Студия ҡунағы - автобелгес Хәлим Әйүпов.
Асыҡ студия
Янғындар. Һаҡланыу һәм иҫкәртеү.
Янғындар. Һаҡланыу һәм иҫкәртеү.
Асыҡ студия
Парламент эше.
Парламент эше.
Асыҡ студия
Волна
Как получить 250 тысяч вместо земельного участка многодетным семьям в Башкирии