Бәләкәй мәктәптә лә ҙур бирелһен белем

      Рәсүл Сәғитов:

 

      — Мәғарифтың көнүҙәк булмағаны юҡ. Сөнки тәү нәүбәттә йәш быуынға, тимәк киләсәккә бәйле. Сөнки үҙгәрә барған тормош талаптарын да даими яңырта. Сөнки ауылда белгестәр мәсьәләһе хәл ителеп бөтмәгән.

      Бөгөнгө һөйләшеүгә сәбәпсе булып иң алда һуңғыһы — айырым фәндәр буйынса уҡытыусыларға ҡытлыҡ торҙо ла. Кешегә ҡайҙа йәшәргә ҡаты фарман менән ҡушып булмай, ҡала уттары электән дә ылыҡтыра, бөгөн дә әйҙәй — педагогҡа уҡығандар ҙа, хатта тыуған төйәгенә лә мәктәпкә әллә ни ашҡынмай, бөтөнләй ят эшкә барыусылар ҙа күп. Ә торлаҡ ярҙамында күндереп булырмы? Һаулыҡ һаҡлауҙа был программа емештәрен, дөйөм алғанда, бирә. Президент мөрәжәғәтнамәһендә, беләбеҙ, ошондай шарттарҙы мәғарифта ла ҡулланырға кәрәклеге белдерелде һәм хуплап ҡабул да ителде. Йәғни ауыл йә бәләкәй ҡалаға күсеп барһаң, миллион һум алаһың. Теүәл шунсаны: кисәге генә яңылыҡ бар — әлеге алымға һалым һалынмаясаҡ, аҡса ҡулға бөтөн килеш төшә.

      Ошолар һәм башҡалар тураһында Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институты доценты, педагогика фәндәре кандидаты Миңлебай Юлмөхәмәтов менән һөйләшәбеҙ.

Автомобилде ҡышҡылыҡҡа әҙерләү. Студия ҡунағы - автобелгес Хәлим Әйүпов.
Автомобилде ҡышҡылыҡҡа әҙерләү. Студия ҡунағы - автобелгес Хәлим Әйүпов.
Асыҡ студия
Янғындар. Һаҡланыу һәм иҫкәртеү.
Янғындар. Һаҡланыу һәм иҫкәртеү.
Асыҡ студия
Парламент эше.
Парламент эше.
Асыҡ студия
Рули трезво: как в Башкирии борются с пьяными водителями
Как получить 250 тысяч вместо земельного участка многодетным семьям в Башкирии