Башҡорт ғаиләһе көнө

Бөгөн – башҡорт ғаиләһе көнө. Календарҙа марттың, яҙҙың тәүге көнө шулай билдәләнгән һәм хәҙер беҙҙә рәсми булмаһа ла, милли, ижтимағи-сәйәси даирәләрҙә шулай тип йөрөтөлә. Төрлө конкурстар, туған тел, тарихҡа ихтирам, милли мираҫ, өлкәндәрҙе ололау, кеселәрҙе ҡурсалау кеүек конкурс-фестивалдәр уҙғарыла. Туған телде һаҡлау, ғаилә ҡиммәттәре, халҡыбыҙҙа борондан килгән йолаларҙы хөрмәтләү тураһында һөйләшәбеҙ бөгөн. “Аҡтирмә” милли-мәҙәни үҙәге етәксе урынбаҫары, ветеран-уҡытыусы Тәнзилә Бикбаева, Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайының Аҡһаҡалдар ҡоро рәйесе Велмир Аҙнаев һәм Ҡоролтайҙың Ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе, “Киске Өфө” газетаһының баш мөхәррире Гөлфиә Янбаеваны "Асыҡ студия"ла сәләмләйбеҙ.

Махсус хәрби операция ветерандарына ярҙам саралары. 2-се өлөш.
Асыҡ студия
Махсус хәрби операция ветерандарына ярҙам саралары. 1-се өлөш.
Асыҡ студия
Ветеринария. Ҡош киҙеүе. Прививкалар. 2-се өлөш.
Асыҡ студия
Телеканал БСТ приглашает желающих на обучающие курсы
Как получить 250 тысяч вместо земельного участка многодетным семьям в Башкирии