Урмандарға керһәң...

Урман - беҙҙең байлығыбыҙ, тибеҙ. Әммә, ошо хазинаның ҡәҙерен белмәйбеҙ. Уны сеймал сығанағы булараҡ ҡулланабыҙ. Ағасты тәрән эшкәртеү, урман байлыҡтарын һөҙөмтәле файҙаланыу тураһында күп әйтелә. Һуңғы ваҡытта был йәһәттән аныҡ аҙымдар яһала башланы.

 

Халыҡты ағас менән тәьмин итеү, урман байлыҡтарын һөҙөмтәле файҙаланыу һәм тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү - бөгөнгө тапшырыуҙа ошо һәм башҡа мәсьәләләргә айырым туҡталырға ниәтләйбеҙ.

Яҙҙың тәүге көнөндә Ҡариҙел районында Урман форумы үтте. уның атамаһын Ресурстар, партнерлыҡ һәм интеграция йәғни берләшеү тип билдәләгәйнеләр. Ысынлап та, власть, бизнес һәм тармаҡ хеҙмәткәрҙәре бергә йыйылып көнүҙәк мәсьәләләр буйынса фекер алышты, уларҙы хәл итеү юлдарын табырға тырышты. Форумда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың ҡатнашыуы сараға мәртәбә өҫтәне. Республика етәксеһе сығышында урман хужалығындағы көнүҙәк мәсьләләргә айырым туҡталып уларҙы хәл итеү алымдарын тәҡдим итте.

Халыҡты эш менән тәъмин итеү. Спикер - Республика мәшғүллек үҙәгенең бүлек етәксеһе Айгөл Сабирова.
Асыҡ студия
Бюджет үтәлеше. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ эштәре. Спикер-Тәтешле районы хакимиәте башлығы Фәнүр Шәйхисламов.
Асыҡ студия
МХО-ға ярҙам. Спикер - Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, хәрби хәрәкәт инвалидтары йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Әлфит Ниғмәтйәнов
Асыҡ студия
Пенальти
БАШКОРТТАР-БСТ