Быйылғы март республикабыҙ, милләтебеҙ өсөн айырыуса әһәмиәтле. Ата-бабаларҙың азатлыҡ, үҙаллылыҡ өсөн көрәш һөҙөмтәһе булараҡ, ниһайәт, 1919 йылда йәш совет хөкүмәте Башҡортостан автономияһын таный. Йөмһүриәт ике йыл алдан, 1917 йылда уҡ иғлан ителһә лә. Хәйер, һүҙебеҙ тарихта эҙләнеү тураһында түгел. Бының өсөн тарихсылар бар. Ә бөгөнгө әңгәмәсебеҙ тарихҡа ҡарағанда сәйәсәткә өҫтөнлөк биреүсе. Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаровты студияла сәләмләйбеҙ. Һөйләшеүебеҙ - Мәскәүҙә, Федерация Советында үткән Башҡортостан көндәре тураһында.