Артҡа ҡарап алға табан

Рәсүл Сәғитов:

Асыҡ студия
Артҡа ҡарап алға табан
Асыҡ студия

— Артҡа ҡарап алға табан. Республика Хөкүмәтенең 2018 йылдағы эшмәкәрлеге буйынса кисә яһалған хисаптың төп йөкмәткеһен, рухын шулай тип билдәләү дөрөҫтөр, сөнки булғандан бигерәк булырға тейешлек, булдырыу кәрәклеге үҙәккә ҡуйылды. Һәм шулайлыҡ хаҡтыр ҙа — үткәнгә боролоп ҡарау, ҡарашты киләсәккә — мөмкинсә алыҫҡа ташлау ул, йылдам ынтылыу өсөн кәрәк майҙан ғына. Ил, республика етәксеһенең мөрәжәғәтнамәләре буйынса ла, түбәнерәк кимәлдәге сығыштар тәңгәлендә лә әйтергә була быны.

Хисап буйынса ҡыҫҡаса, телеграф стиле менән, бына нимәләрҙе хәбәр ҡылайыҡ та әңгәмәгә күсербеҙ.

Иҡтисад 1 процент үҫеш биргән. Сәнәғәттә — 3,4 процент. Тотош илдәгенән юғарыраҡ, әммә етерлек түгел. Етерлек булһын өсөн нишләргә? Биш йүнәлештә эшләү тәҡдим ителә. Беренсеһе — йылдам үҫешеүсе биләмәләр, улар беҙҙә бишәү — Рәсәйҙә был яҡлап алдабыҙ. Икенсеһе — Ишембайҙа айырым иҡтисади биләмә. Өсөнсө тармаҡ — индустриаль һәм технопарктар. Дүртенсенән, үҫеш институттарының барыһының эшмәкәрлеген уртаҡ маҡсатта берләштереү. Һәм, бишенсенән, инвесторҙар менән мөнәсәбәттәрҙе яңыса ҡороу, юғиһә инвестиция һалыуҙың икенсе йыл инде кәмей барғанын белдермәй булмай. Арттырыу өсөн ышаныслылыҡты күтәрергә, шуны асыҡ күрһәтергә кәрәк.

Ошолар һәм башҡалар тураһында артабан иҡтисад фәндәре докторы Зифҡәт Сәйетғәлиев менән һөйләшәйек.

Фото №1 - Артҡа ҡарап алға табан
Халыҡты эш менән тәъмин итеү. Спикер - Республика мәшғүллек үҙәгенең бүлек етәксеһе Айгөл Сабирова.
Асыҡ студия
Бюджет үтәлеше. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ эштәре. Спикер-Тәтешле районы хакимиәте башлығы Фәнүр Шәйхисламов.
Асыҡ студия
МХО-ға ярҙам. Спикер - Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, хәрби хәрәкәт инвалидтары йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Әлфит Ниғмәтйәнов
Асыҡ студия
Рули трезво: как в Башкирии борются с пьяными водителями
БАШКОРТТАР-БСТ