Башҡорт теле уҡытыусыларының Бөтә Рәсәй съезы

Бөгөн Өфөлә Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының Беренсе бөтә Рәсәй съезы асылды. Ике көн барасаҡ ул. Республика район-ҡалаларынан, башҡорттар йәшәгән башҡа төбәктәрҙән 800 делегат ҡатнаша. Ырымбур, Һамар, Һарытау, Свердловск, Силәбе, Ханты-Мансы, Татарстан, Саха-Яҡут, Санкт-Петербург, Мәскәү вәкилдәре килде беҙгә. Пленар ултырыш, республика етәксеһенең сығышы иртәгәгә тәғәйенләнгән. Бөгөн иһә беҙ съездың тәүге өлөшөн ҡарайбыҙ, унда тикшерелгән мәсьәләләр, ғөмүмән, башҡорт телен уҡытыу, дәүләт теле, туған тел булараҡ уҡытыу, уңыштар,проблемалар, уларҙы хәл итеү юлдары кеүек мәлдәрҙе байҡарбыҙ. Эксперттар менән танышайыҡ:

Асыҡ студия
Башҡорт теле уҡытыусыларының Бөтә Рәсәй съезы
Асыҡ студия

Өфөнөң 20-се гимназияһы директоры Зөлфиә Басир ҡыҙы Ғәлийәнова;

Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районы Бүре ауылы мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы Ләйсән Альберт ҡыҙы Әбдрәхимова;

Ишембайҙағы 2-се башҡорт гимназияһы уҡытыусыһы, башҡорт һәм тыуған телдәр уҡытыусылары ассоциацияһы рәйестәше Рифат Риф улы Әйүпов.

Фото №1 - Башҡорт теле уҡытыусыларының Бөтә Рәсәй съезы
Рух ныҡлығы өҫтәне
Рух ныҡлығы өҫтәне
Асыҡ студия
Геройҙар исемен мәңгеләштереү
Геройҙар исемен мәңгеләштереү
Асыҡ студия
Сәсереңдән алда һатырыңды уйла
Сәсереңдән алда һатырыңды уйла
Асыҡ студия
Уфимская волна
Акции БСТ